Туған тел уҡытыусылар ассоциацияһының планына ярашлы йыл һайын Силәбе ҡалаһының туған тел уҡытыусылары өсөн семинар-практикум ойоштрола. Быйыл иһә Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ибраһим мәктәбе тәжрибә уртаҡлашты. Туған тел уҡытыу мәсьәләләре һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған йәнле һөйләшеү көн ҡаҙағында булды.
«Тәбиғәттең теле асылған саҡ» тип исемләнгән дәресте урта класстарҙа Кирәева Элиза Сәләхетдин ҡыҙы ҡарарға саҡырһа, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Абдрахманова Мөнирә Насип ҡыҙы оҫтаханаһында балаларҙы түшелдерек тегергә өйрәтте. Башланғыс кластарҙа Ғималдинова Зилиә Әхсән ҡыҙы әҙерләгән «Исем ҡушыу» йола-дәрестә башланғыс класс уҡыусылары «бәпескә» Салауат тип исем ҡушты. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәкәсеһе Ҡамса Мортазин сығышында тыуған яҡ менән бәйле «Салауат батыр – халыҡ хәтерендә» тигән тема яңғыраны.
Семинар үҙ эшен түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү менән тамамланы. Силәбе ҡала мәктәптәре уҡытыусылары, Ҡоншаҡ район әҙәби берекмә етәксеһе Гөлфиә Йәрмөхәмәтова һ.б. сығыш яһаны. Туған тел уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Зимфера Шафранская, семинар эшен дөйөмләштереп, Ибраһим мәктәбенең педагогик коллективына сикһеҙ рәхмәттәрен белдерҙе.
Ҡамса МОРТАЗИН,
М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәкәсеһе.