-2 °С
Болотло
Анна Мәскәүгә үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән бергә Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыр өсөн килгән була. Тап шул “Крокус” бинаһында 20 марттан беренселектәр һәм чемпионаттар үткән. Бәхеткә күрә, теракт башланған саҡта балалар сығыш яһап, концерт залынан киткән булған. Ә Анна бер ни тиклем ваҡытҡа тороп ҡала.
“Крокус”та 20 марттан Рәсәй кимәлендәге төрлө ярыштар бара. Беҙ унда ҡатнаштыҡ. Бөгөн дә сығыш яһарға тейеш инек. Тик был хәлдәргә бәйле әле бөтәһе лә ҡайтып китте. Мин генә финалдарҙы ҡарарға тип тороп ҡалғайным. Залда тауыштар һәм атыш башланыу менән бәлә килгәнен һиҙҙем. Шунда уҡ кейендем дә үҙ аллы сығыу урыны эҙләп киттем. Ығы-зығы, паника башланды, ҡурҡыныс ине. Эвакуация көтмәҫкә, үҙем сығырға булдым. Ул саҡта атыштан тыш янғын да башланғайны", – ти Анна.
Ул тиҙ арала запас ишек таба һәм башҡа бер төркөм кешеләр менән ҡасып сығып өлгөрә. Әле Анна Өфөлә. Был хәл тураһында белеү менән үҙенең тәрбиәләнеүселәрен алып, улар ҡайтып китә һалған.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" һәм "КП-Уфа" гәзиттәре