Новости
29 Марта 2024, 06:48

Предметҡа һөйөү тәрбиәләү юлдары йәки белем биреүҙә мөхәббәттең көсө

Н.Я. ЮЛДАШБАЕВ,Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Ф. Солтанов исемендәгеурта мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Предметҡа һөйөү тәрбиәләү юлдары йәки белем биреүҙә мөхәббәттең көсөПредметҡа һөйөү тәрбиәләү юлдары йәки белем биреүҙә мөхәббәттең көсө
Предметҡа һөйөү тәрбиәләү юлдары йәки белем биреүҙә мөхәббәттең көсө

Дәрестәр ваҡытында коридорҙан китеп барһам, бер уҡыусының тәҙрә янында торғанын күреп ҡалдым. Ни өсөн дәрестә түгелһең, тигәнерәк һорау биргәйнем, теге:
– Мин ул предметты яратмайым, шуға унда ингем килмәй, – тип яуап бирҙе.
Әлбиттә, мәктәптә бындай күренештәр бик һирәк. Ғәҙәттә, балалар дәрес ваҡытында класта ултыралар. Шуға яңы иҫкә төшөрөп үткән уҡыусыны башҡа шундай
хәлдә осратырға тура килмәне. Ә бына уның яуабында хәҡиҡәт бар...
Ҡасандыр буддизмға нигеҙ һалыусы Гаутама Будда (Сиддхартха) “Үҙеңде ярат һәм өйрән” тип әйткән. Был ҡыҫҡа ғына фекер тәрән мәғәнәгә эйә. Иғтибар итегеҙ: башта “ярат”, шунан ғына “өйрән” тигән. Ғөмүмән, бында үҙеңде генә түгел, ә нимәнелер өйрәнеү уны яратыуҙан башлана, йәғни танып белеүҙең нигеҙе – ул мөхәббәт, тип әйтергә теләй бөйөк пәйғәмбәр. Кеше тәбиғәте шулай ҡоролған: ниндәйҙер объектты ярата икән,уның менән ҡыҙыҡһына башлай, уны өйрәнгеһе һәм күберәк белгеһе килә. Шул ваҡытта ғына уның бөтә нескәлек тәренә тиклем төшөнөп етергә мөмкин.
Иң мөһиме: белергә теләү ихтыяжы уның үҙенән башлана, ә кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, йәғни эске мотив этәргес көс булып тора.
Мәктәптә лә шулай: ниндәйҙер фәнде яҡшы итеп өйрәнеү өсөн башта уны яратырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына бала ҡыҙыҡһынып һәм тырышып уҡыясаҡ. Башҡаса мөмкин дә түгелдер. Дөрөҫ, ҡурҡытып та уҡытырға була. Тик ундай юл менән белем биреүҙең сифаты күп ваҡыт уртаса йәки түбән буласаҡ. Был турала бөйөк аҡыл эйәһе Конфуций беҙҙең эраға тиклем үк: “Ҡурҡытыу юлы менән кешеләргә белем биреп булмай, ә уларҙы буйһондороп ҡына була”, – тип әйткәйне.
Ә бына предметҡа һөйөү тойғоһон нисек тәрбиәләргә һуң? Уның ниндәй юлдары һәм алымдары бар? Бына шулар тураһында үҙемдең тәжрибәләрем менәнуртаҡлашып китергә уйлайым. Баштан уҡ шуны әйтеп үтәйем: минең яҙғандарым урта һәм юғары кластарҙа эшләүсе уҡытыусыларға тәғәйенләнә.

Уҡытыусының шәхсән роле

Предметҡа һөйөү тәрбиәләүҙә уҡытыусының шәхсән роле иң мөһиме булып торалыр. Ни өсөн тигәндә, балаларҙың психологияһы шулай: улар уҡытыусы менән уның уҡытҡан предметын бер бөтөн итеп ҡабул итәләр. Әйтәйек, тәнәфес йәки башҡа ваҡыттарҙа уҡыусыларҙың уҡытыусыларға ҡарап: “Ана, математика йәки физика килә ята!”, – тип үҙ-ара һөйләшкәндәрен йыш ишетергә тура килә. Йәғни мин улар өсөн Наил Яхъя улы ғына түгел, ә башҡорт теле предметы ла. Шуға уҡытыусыларға ниндәй ҡараш, уның предметына ла мөнәсәбәт шулай уҡ буласаҡ. Беренсеһен яратһалар, аҡрынлап ул тойғо икенсеһенә лә күсәсәк.
Һәм, киреһенсә, уҡытыусыны ҡабул итмәйҙәр икән – предметын да яратмайҙар. Ә яратһындар өсөн уҡытыусы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш һуң? Әлбиттә, уҡытыусы үҙе балаларҙы яратырға тейеш. Киреһенсә бер нисек тә була алмай.
... Беренсе дәрескә үк яҡты йөҙ менән йылмайып барып инергә кәрәк. Ҡайһы бер уҡыусылар уҡытыусыны беренсе осрашыуҙан уҡ оҡшатырҙар. Ә ҡайһы берҙәре башта ҡабул итмәҫ, ҡаршылашырҙар. Хатта төрлө юлдар менән дәресте боҙорға тырышыусылар ҙа булыр. Кемеһелер быны балалыҡ шаянлығы менән эшләр, кемеһелер аңлы рәүештә ҡыланыр. Былар кеше тәбиғәтендә була торған күренеш. Шундай ваҡытта ла уҡытыусы уларҙы яратыуын дауам итергә тейеш.
Әлбиттә, тәртип боҙоусыларҙы һәм дәрескә әҙерләнмәүселәрҙе тәнҡитләргә кәрәк. Тик былар барыһы ла яратып башҡарылһын, йәғни ата-әсәләрҙең яратҡан балаларын әрләгән кеүек булһын.
Уҡытыусының уҡыусыларға булғанмөнәсәбәте шулай дауам итә икән, күпмелер ваҡыттан һуң, хатта бер нисә йыл үтеп китергә мөмкин, баяғы ҡаршылашҡан, тәртип боҙған уҡыусыларҙың уға булған ҡарашы аҡрынлап ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлай. Һәм килер бер көн – бөтә класс менән уҡытыусыны ярата башлайҙар. Сөнки уларҙың башҡа варианттары юҡ. Ни өсөн тигәндә, уҡытыусы бер йүнәлештә тик бара, тәртип боҙоусылар ыңғайына теге йәки был яҡҡа боролоп китмәй. Тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр бит...
Ә мөхәббәт – шундай көслө тойғо, ул кешелә бик күп ыңғай сифаттар барлыҡҡа килтерә. Шуларҙың береһе – яуаплылыҡ. Шуға уҡыусылар уҡытыусыны яраталар
икән, улар уның алдында үҙҙәрен яуаплы тоялар: дәрестә әүҙем ҡатнашалар, һәр ваҡыт өйгә бирелгән эште әҙерләп киләләр һ.б. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән нимәнелер үтәмәһәләр, ғәфү үтенеп, тәнәфестә булһа ла эшләйҙәр йәки икенсе дәрескә алып киләләр. Тәртип тураһында әйтәһе лә түгел. Кемдер, онотолоп китеп, дәрестә башҡа эш менән булыша башлаһа, уға уҡытыусының бер һүҙе, хатта бер ҡарашы ла етә...

Предмет менән таныштырыуҙың роле

Предметҡа һөйөү тәрбиәләүҙә уның менән таныштырыу дәресе мөһим роль уйнай. Әлбиттә, һәр уҡытыусы уны төрлөсә башҡара, һәр береһенең үҙ алымы бар. Һаман да шул күҙгә ташлана: күптәр, тырышып уҡыһындар типтер инде, үҙ предметтары менән балаларҙы ҡурҡытырға тырышалар. Имеш, уның фәне шул тиклем ҡатмарлы, ауыр, әгәр тырышып уҡымаһағыҙ – бер нимә лә аңламаясаҡһығыҙ. Хатта, мин үҙем әле бөтәһендә белеп бөтмәйем, тип әйтеүсе уҡытыусылар ҙа бар. Бигерәк тә берҙәм дәүләт имтихандары (ОГЭ, ЕГЭ) башланғас, бындай ҡурҡытыуҙар күбәйгәндер. Сөнки күп кенә уҡытыусылар уның предметын һайлап ҡуймаһын тип, шулай эшләйҙәр.
Бындай ҡурҡытыу юлы менән таныштырғанда уҡыусыларҙа ул фәнгә һөйөү тойғоһо барлыҡҡа килмәй. Ни өсөн тигәндә, бишенсе синыфтарҙа 10 – 11 йәшлек балалар ултыра. Уларҙа бәләкәй балалар өсөн хас булған ҡурҡыу тойғоһо йәшәй әле. Бигерәк тә урта кластарға аяҡ баҫыр алдынан ул тойғо көсәйә, сөнки яңы уҡытыусылар, предметтар менән танышырға кәрәк бит. Ғәҙәттә, бәләкәй балалар нимәнәндер ҡурҡһалар, ул урын дан ҡасырға тырышалар. Ниндәйҙер миҫал килтереп тормайым, һәр кем үҙенең бала сағын иҫләйҙер.
Ә уҡытыусылар уҡыусыларҙы үҙ предметы менән ҡурҡытырға тырышһа, улар уны нисек ҡабул итә һуң? Әлбиттә, улар дәрестән ҡасып сығып китмәйәсәктәр
– мәктәп уставы менән таныштар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, физик тәндәре дәрестә ултырһа ла, уларҙың йәндәре ҡасып китәсәк. Йәғни күңел донъяһының ишеге ул предметҡа ябыла. Мәктәпте бөткәнсе, хатта мәңгегә асылмаҫҡа мөмкин. Кемеһелер шул көндән башлап ул фәнгә бөтөнләй ҡул һелтәр һәм дәрескә теләмәй генә йөрөй башлар, кемеһелер баһа өсөн генә тырышыр. Тик баһа өсөн генә. Ә инде “үҙем дә белеп бөтмәйем әле” тип бөтөнләй әйтергә ярамай. Сөнки уҡытыусы тиклем уҡытыусы үҙе белеп бөтмәй икән, мин ул фәнде нисек аңлайым инде, тип уйларға мөмкин уҡыусы. Ғөмүмән, ҡурҡытып мөхәббәт яулап булмай. Нисегерәк таныштырһаң, уҡыусыларҙың предметҡа ҡарата йылы тойғо уянасаҡ һуң? Шуларҙың иң мөһимдәрен ҡарап үтәйек.
1. Предмет менән таныштырыу. Уны ошондайыраҡ һүҙҙәр менән башларға кәрәк: “Минең предмет шул тиклем ҡыҙыҡлы һәм еңел, һеҙ күп нәмә беләсәкһегеҙ һәм күп нимәләргә өйрәнерһегеҙ. Әлбиттә, фән булғас, ниндәйҙер ҡатмарлы урындары ла бар. Ләкин был ҡурҡыныс түгел, әҙ генә тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, ул урындарын да аңлаясаҡһығыҙ һәм бөтәгеҙ ҙә тик яҡшы баһаларға ғына уҡый алырһығыҙ. Әйткәндәй, был фән буйынса алған белемдәрегеҙ киләсәк тормошоғоҙҙа аҙым һайын тиерлек кәрәк буласаҡ.” Әгәр беренсе осрашыу ошондайыраҡ һүҙҙәр менән башланһа, уҡыусыларҙың ҡурҡыуҙары юҡҡа сыға һәм үҙҙәрен һеҙҙең дәрестә
ышаныслы тота башлаясаҡтар. Һеҙҙең предметҡа күңел донъяларының ишектәре асыла, йылы тойғолар барлыҡҡа килә башлай. Артабан ул тойғолар мөхәббәткә әйләнеп китәсәк.
2. Тәүге тәҫьораттар. Беренсе дәрестәт үк үҙ предметығыҙ буйынса балаларҙы шаҡ ҡатырырлыҡ ниндәйҙер тәжрибә күрһәтергә кәрәк. Ауыҙҙарын асып, иҫтәре китеп ҡарап ултырһындар. Ундай күренештәрҙе киноларҙа йәки интернета ғына түгел, ә мәктәптә һеҙҙең предметтан тырышып уҡыһалар, үҙҙәренең ҡулы менән дә эшләп була икәнен аңлаһындар. Әйтергә кәрәк, бик күп ғалимдар үҙҙәренең ижад юлын шундай тәүге кисерештәрҙән һуң башлағандар.
Әлбиттә, химия, физика, биология, география (һ.б.) фәндәре буйынса күҙ менән күреп була торған тәжрибәләр күрһәтеп була, ә бына гуманитар фәндәр буйынса, бигерәк тә тел дәрестәрендә булмайҙыр. Шуға ул фәндәрҙән үҙегеҙ матур, ҡыҙыҡлы итеп һөйләп, телдең матурлығын күрһәтергә кәрәк. Мин, мәҫәлән, башҡорт телен өйрәнә башлағас, уҡытыусының матур итеп, әҙерәк юмор менән һөйләгәнен иҫем китеп тыңлай инем. Әйткәндәй, юмор ҡушылған телмәрҙе уҡыусылар бигерәк тә яраталар. Тик уларҙы кәрәкле урындарҙа ғына ҡулланырға кәрәк, йәғни һеҙҙең сығышығыҙҙыңлогик бәйләнеше һымаҡ булһын. Ә ҡайҙа етте, шунда ҡыҫтырырға ярамай.
3. Мөнәсәбәттәр тигеҙлеге. Предметҡа мөхәббәт уятыуҙа балалар менән уртаҡ тел табыу ҙа ҙур роль уйнай. Бының өсөн уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы
мөнәсәбәттең дөрөҫ ҡоролоуы шарт. Ниндәй мөнәсәбәт уртаҡ тел табыу өсөн иң яҡшыһы: балаларға өҫтән йәки аҫтан ҡарағандамы, әллә бер кимәлдә булғандамы?
Әлбиттә, уҡытыусылар араһында был темаға төрлө ҡараштар йәшәй. Кемеһелер уҡытыусы менән уҡыусы араһында ниндәйҙер барьер булырға тейеш тип иҫәпләй. Әгәр ул булмаһа, балалар елкәгә менеп ултырасаҡтар, тип уйлайҙар.
Ғәҙәттә, ундай ҡарашлы уҡытыусылар үҙҙәрен уҡыусыларҙан юғары тоторға тырыша, йәғни өҫтән ҡарайҙар. Киреһенсә, уҡыусыларға аҫтан ҡараған уҡытыусылар ҙа бар, тик ундайҙар артыҡ күп түгел. Ғәҙәттә, балалар ундайҙарға көлөп ҡарайҙар, мыҫҡыллап ниндәйҙер исем ҡушалар. Дәресендә бөтөнләй тыңламай, шау-гөр килеп, тегеләй-былай йөрөүҙәре мөмкин. Ундай уҡытыусылар менән йыш ҡына конфликтлы ситуацияларға инәләр. Ә ата-әсәләр уларҙы алмаштырыуҙарын һорап, админстрацияға мөрәжәғәт итә башлайҙар.
Ә бына уҡыусылар үҙҙәре менән бер кимәлдә һөйләшкән уҡытыусыларҙы яраталар. Был тәбиғи, сөнки беҙ үҙебеҙ ҙә бит, ғәҙәттә, бер кимәлдәге кешеләр менән аралашырға тырышабыҙ: улар менән дуҫлашабыҙ, ҡунаҡҡа саҡырышабыҙ, рәхәтләнеп төрлө темаға һөйләшәбеҙ, кәрәккән ваҡытта ярҙам итешәбеҙ.
Ҡараштар бер кимәлдәрәк булған атмосферала кешеләр үҙҙәрен комфортлы тоялар, шундай шарттарҙа асылалар,эстәренә йыйылған һүҙҙәрен һөйләп, негатив энергияларҙан таҙарыналар...
Балалар ҙа беҙҙең һымаҡ ул. Үҙҙәременән тиң мөнәсәбәттә булған уҡытыусылар менән дуҫтарса һөйләшәләр, уның алдында фекерҙәрен әйтергә тартынмайҙар, эс серҙәрен һөйләйҙәр – ғөмүмән, уларҙың күңел донъяһы асыла. Ә тәжрибәле педагог ошо мәлде оҫта ҡуллана.
Ул аралашыу барышында балаларҙың шул күңел донъяһына инеп, беренсе сиратта, төрлө алымдар менән уларҙың аҡыл кимәлен билдәләй. Һәм шул кимәлгә ярашлы практик эштәр һәм күнегеүҙәр эшләтә башлай, һорауҙар бирә, тәрбиә эше алып бара. Йәғни баланың үҫеш кимәле ҡайҙа барып еткән, шул кимәлдән артабан да үҫергә ярҙам итә.
Ғөмүмән, дәрестә һәр бала өсөн тиерлек психологик комфорт барлыҡҡа килә. Шуға уҡытыусы уларҙың дуҫына һәм кәңәшсеһенә әүерелә. Дәресен дә яраталар, темаларҙы ла яҡшыраҡ аңлай башлайҙар. Һәм уның уҡытҡан фәне балаларҙың яратҡан предметына әүерелә.
Ә үҙҙәренә өҫтән йәки аҫтан ҡараған уҡытыусыларға балалар күңел донъяһын тулыһынса асып бармайҙар. Өҫтәгеләрҙ йыш ҡына алдайҙар, сөнки уларҙа ҡурҡыңҡырайҙар; ә аҫтағыларҙы, киреһенсә, үҙҙәре ҡурҡытырға тырыша йәки бөтөнләй һанға һуҡмайҙар...
4. Дәрестәге тәртип. Уҡытыу процесындағы ҡайһы бер шарттар уҡыусыларҙа предметҡа ҡарата мөхәббәт түгел, киреһенсә, нәфрәт уятырға мөмкин. Шуларҙың береһе – ҡаты дисциплина.
...Ғәҙәттә, күп кенә предмет уҡытыусылары V класта эшләй башлау менән, уларҙы өйрәтеп алабыҙ тип, ҡаты тәртип урынлаштырырға тырышалар, ниндәйҙер
“психологик төрмәгә” бикләйҙәр. Әйтәйек, ябай ғына хата өсөн дә “ике” билдәһе ҡуйыла, тәртип боҙған өсөн язаға тарттырылалар, дәрес барышында берәү
ҙә һөйләшергә тейеш түгел, уҡыусыларҙың фекере һанға һуғылмай, тик уҡытыусының ғына талабы үтәлергә тейешһ.б. Әлбиттә, ундай шарттарҙа уҡытыусыға эшләүе еңел: уҡыусылар нимә ҡушаһың, шуны үтәйҙәр; дәрес ваҡытында бер ниндәй тауыш-тын юҡ. Ҡыҫҡаһы, “айт” тиһәң, “тайт” тип торалар.
Тик ҡаты дисциплина менән менән VI – VII кластарға тиклем уңышлы эшләп булалыр. Артабан инде уҡыусылар аҡрын лап ундай тәртиптәрҙе ҡабул итмәй башлайҙар. Башта уҡытыусының ҡаты талаптарын яратмайҙар – уларҙы үтәмәй башлайҙар.
Күпмелер ваҡыттан һуң ундай мөнәсәбәт уҡытыусының үҙенә күсә – уға нәфрәт менән менән ҡарай башлайҙар. Уның менән телләшәләр, ҡарышалар, дәресенән
сығып китәләр, аҫтыртын ниндәйҙер бысраҡлыҡ эшләйҙәр, ғөмүмән, уға ҡаршы көрәш башлайҙар. Бындай күренештәрҙең сәбәбе шунда: 12 – 14 йәштәрҙә балаларҙа логик фекерләү операциялары барлыҡҡа килә башлай, ә был процесс, үҙ сиратында, уларға аҡыл тупларға шарттар тыуҙыра. Ә аҡыллы, фекер йөрөтөргә яратҡан балалар ҡаты тәртиптәрҙе ҡабул итеп бармайҙар.
...Дәрес балалар өсөн байрам булырға тейеш. Улар дәрестә үҙҙәрен иркен тотһондар, бер нимәнән дә ҡурҡмаһындар. Рәхәтләнеп уҡытыусы менән аралашһындар,
һорауҙар бирһендәр. Иң мөһиме: уҡыусылар хаталаныуҙан ҡурҡырға тейеш түгелдәр.
Улай ғына түгел, уларҙың үҙҙәренә хаталарын табып, төҙәтергә шарттар тыуҙырылһын. Шул ваҡытта балалар эҙләнергә, тикшеренергә, ижад итергә, эксперименттар үткәрергә ҡурҡмаясаҡтар. Уҡытыусы, үҙ сиратында, уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлаһын, эшләгән эштәренә, ижад емештәренә, идеяларына ысын күңелдән һоҡланһын. Кәрәк икән, улар менән бергә уйнаһын, көлһөн, бейеһен, йырлаһын. Шул уҡ ваҡытта талапсан да булып ҡалырға
тейеш...
Уҡыусылар бына шундай дәрестәрҙе яраталар, бына шундай дәрескә йүгереп киләләр. Белем алыу – ул бәхет, тип уйлай башлайҙар. Әлбиттә, бындай дәрестәргә
ныҡлап әҙерләнеп килергә кәрәк, уның һәр бер алымы һәм этабы: башы, уртаһы, аҙағы ентекле уйланылырға тейеш. Бының өсөн уҡытыусынан методиканы,
балаларҙың үҫеш психологияһын, үҙенең предметын бик яҡшы белеү талап ителә.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас