Шиғыр тыуа
Күңел түрҙәремдә аҡ уйҙарым
Шиғыр-сабый булып ярала,
Ваҡ өмөттәр, донъя мәшәҡәте
Юҡҡа сыға, ҡапыл тарала.
Бар булмышым - сабый көткән әсә,
Яҡты уйҙар ғына терәгем.
Шиғыр тыуа, татлы ғазаптарҙан
Ярылырға етә йөрәгем.
Изге йүргәк итеп төрәм уны
Әсәм теле - серле ебәккә,
Хыял-бишек итеп тирбәтәмен
Ап-аҡ бәҫле көмөш тирәктә.
Йөрәгемде сикһеҙ шатлыҡ биләй,
Мин бит әсә, шиғыр әсәһе!
Була күрһен шиғыр-сабыйымдың
Яҡты яҙмыш, аҡ киләсәге.
Рәмзәнә Абуталипова
Арҙаҡлы ғалимә, арымаҫ-талмаҫ ижадсы, оло шәхес Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Абуталипованы «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы коллективы исеменән күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы фәнни һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!