5 - СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Б.Ф. Домашниковтың тыуыуына 100 йыл. (1924 – 2003)
6 - Эколог, ғалим-урмансы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Р.С. Сурағоловтың тыуыуына 85 йыл. (1939 – 1995)
7 - Геологтар көнө. Бөтөн донъя сәләмәтлек көнө.
Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре кандидаты Р.Ғ. Өмөтбаевтың тыуыуына 100 йыл. (1924 – 1997)
8 - Педагог, әҙәбиәтсе-ғалим, дәүләт эшмәкәре С.Я. Ямалиевтың тыуыуына 135 йыл. (1889 – 1938)
Педагог, дәүләт эшмәкәре, БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған эшмәкәре Р.М. Арыҫлановтың тыуыуына 90 йыл. (1934 – 2021)
Ғалим, инженер-механик, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты М.Ә. Илһамовҡа 90 йәш. (1934)
М.У. Нәҙершинаға 75 йәш (1949) БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
10 - Ураҙа байрамы.
11 - БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре Ә.И. Дауытовҡа 75 йәш. (1949)
12 - Бөтөн донъя авиация һәм космонавтика көнө.
17 - Яҙыусы, әҙәбиәтсе Ш.Ш. Шәһәбетдиновтың тыуыуына 120 йыл. (1904–1941)
18 - Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө. Кинорежиссер, башҡорт кинематографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе М.Н. Яҡшембәтовтың тыуыуына 80 йыл. (1944 – 1993)
22 - Халыҡ-ара Ер көнө Журналист, философия фәндәре кандидаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Р.Н. Ҡотошовтың тыуыуына 100 йыл.
(1924 – 2020)
Ғалим-химик З.С. Мөслимовҡа 75 йәш. (1949)
23 - Халыҡ-ара китап һәм авторлыҡ хоҡуғын һаҡлау көнө.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ойошторолоуға 160 йыл. (1864)
25 - Педагог-методист, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, профессор Р.Ә. Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл. (1934 – 1922)
Журналист, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Н.П. Каменевтың тыуыуына 95 йыл. (1929 – 2009)
25 - Яҙыусы, журналист, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғ.А. Хисамовҡа 75 йәш.
(1949)
29 - Халыҡ-ара бейеү көнө.