Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2024, 09:28

1 апрель - Көлкө көнө

Көлөү дарыуҙан да файҙалы, тиҙәр бит. Беҙ ҙә бөгөн рәхәтләнеп көлөп алайыҡ әле, дуҫтар. Тик үпкәләштән булмаһын, яраймы?

1 апрель - Көлкө көнө
1 апрель - Көлкө көнө

Башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләйем. Аттестация үтергә ваҡыт килеп етте, ныҡ әҙерләндем инде шунда, үҙемсә. Комиссия ҡаршыһында үтәсәк дәресемде әкиәт формаһында үткәрергә булдым.
Бына көнө килеп етте, район мәғариф идаралығынан ирендәрен шештереп, фыртым ғына кейенешеп алған ике түтәй ???? инеп, артҡы партаға ултырҙылар.
Дәресте башлап ебәрҙем, әй, тулҡынланып.
- Һаумыһығыҙ, балалар! Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ ғәҙәти түгел, бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Шуға күрә мин бөгөн дәрескә ике маймылды саҡырҙым! - тинем дә, өҫтәлем аҫтына алдан йәшереп ҡуйған уйынсыҡ маймылдарҙы сығарайым тип эйелдем. ????
Ә аҡыллы, зирәк уҡыусыларым ике маймылды күрергә тип барыһы ла артҡа боролдолар ҙа ҡуйҙылар ????????????...
Шулай ҙа аттестацияны үттем, әй! ????????
Сығанаҡ: "Көләмәстәр ояһы"

Һүрәт: "Йылмай" төркөмөнән

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: