1953 йылда ғаиләһе Ниғәмәт ауылына күсә. Ниғәмәт ете йыллыҡ мәктәпкә беренсе класҡа, 1958 йылда Темәс интернатына уҡырға бара. Артабан 1965 йылда Түбә мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 1966 йылда мәктәпте тамамлағас, Ниғәмәт урта мәктәбенә уҡытыусы һәм лаборант булып эшкә урынлаша. 1973 йылдың май айынан 1976 йылдың авгусына тиклем Ниғәмәт элемтә һәм һаҡлыҡ бүлеге начальнигы була.
Рәйсә Иҫәнбаева 1976 йылда Башҡорт Дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға инә һәм ошо йылда Ниғәмәт урта мәктәбенә китапханасы һәм башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшкә күсә. Уҡыуҙы тамамлағас, директорҙың уҡытыу- тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып педагогик эшен дауам итә. 2007 йылда хаҡлы ялға сыға.
Эшләү дәүерендә педагог утыҙҙан артыҡ уҡыусыһында үҙенең һөнәренә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Улар араһында һөнәре буйынса иң яҡшы белгес булараҡ Рәсәй, Башҡортостан гранттарына лайыҡ булыусылар, профессор, фән кандидаттары, байтаҡ юғары исемдәргә өлгәшкәндәре бар.
Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы үҙе 1996 йылда "Йыл уҡытыусыһы" район конкурсында лауреат була. 1983 йылда "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының лауреаты. 1983 йылдан райондың "Ауыл хәбәрсеһе" исеменә лайыҡ була.
Әҙәби ижадҡа килгәндә, Рәйсә Иҫәнбаеваның хикәйәләре төрлө ваҡытлы матбуғатта баҫыла: "Әсәйем", "Татлы һәм ғазаплы йөк", "Ҡайтыу", "Изгелекме, әллә яуызлыҡмы?", "Әсәй, әсәкәйем, тиҙерәк кил!", "Сабыйҙарҙы рәнйетмәгеҙ!", "Ҡыҙыл пальто", "Бетеүҙәге хаттар", "Мәңгелек һағыш", " Күңелде яҡтыртҡан һөйөү", "Шом", "Яза" һ.б.
Бынан тыш ул республика һәм район матбуғатында ("Киске Өфө", "Башҡортостан", "Йәшлек", "Атайсал", "Һаҡмар") очерк һәм мәҡәләләр, яҙыусылар ижады буйынса эҙләнеүҙәр һәм башҡа ғилми эштәре ( шәжәрә, Салауаттың тормош юлы буйынса әҫәрҙәренән фараздар, тарихи мәҡәләләре, әңгәмәләре) донъя күрҙе.
Шиғриәттә лә үҙенең һүҙен тос итеп әйтә белә Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы.Ошо ваҡыт эсендә Атайсал", "Башҡортостан", "Йәшлек", "Ағиҙел", "Һаҡмар" гәзиттәрендә бихисап шиғри ынйылары халыҡҡа сығарыла.
Шағирә ауыл һәм райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ниғәмәт ауылы биләмәһе буйынса Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. 2019 йылда "Сәләмәт тормош" район конкурсында ауылдың йәмәғәт тормошон йәнләндереүҙә әүҙем ҡатнашып, Ниғәмәт ауылын район буйынса Гран при алыуға өлгәштерҙе. 2020 йылда ауылдаштарын тағы ла дәртләндереп "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ҡушылырға саҡырҙы һәм үҙе, ойоштороу комитеты рәйесе булараҡ, ауыл буйынса йәнле эш алып барҙы.
Китаптары: коллектив авторлыҡта " Ирәндек гәүһәрҙәре" , "Әйтер һүҙем", "Һуғыш ярып үтте йөрәкте", "Таҡмаҡсылар төйәге", "Кәрим һүрәт төшөрә", "Сабырлығыма һынау", "Ниғәмәт ауылы тарихы", "Уйнай- уйнай үҫәбеҙ", "Тел яҙмышы - халыҡ яҙмышы", Хәтер тере, хәтер мәңгелек".
Бынан тыш фольклор материалдары - һынамыштар, юрамыштар, им-томдар, шәжәрәләр буйынса байтаҡ әҙер материалдары тупланған.
Хөрмәтле Рәйсә Миҙхәт ҡыҙын "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы редакцияһы исеменән ихлас ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ, һүнмәҫ дәрт, яҡты, тыныс тормош теләйбеҙ!
РӘХМӘТЛЕМЕН
Рәхмәтлемен яҙмышыма–
Балалар бар.
Тулышҡанда һағышыма
Һөйгәнем бар.
Әсәйеңә был донъяла,
Тип, кәрәкһең,
Тартып алды әжәлдәрҙән.
Иртәрәктер.
Рәхмәтлемен яҙмышыма:
Үҙем теләп
Иңемә һалған эшем бар,
Ҡәҙер теләп.
Шулай ҡурсый яҙмыш мине
Яңғыҙлыҡтан.
Кәрәк саҡта өмөт бирҙе
Ҡайғыларҙан.
Төшөнкөлөк биләп мине
Яфалаһа,
Ҡайыҙланы, кәрәкһең, тип
Балаларға.
Рәхмәтлемен яҙмышыма
Шуның өсөн:
Кеше итеп донъяға бар
Иткән өсөн!
ҠОЯШ БАРҘА
Ҡар аҡлығын тойор өсөн
Ҡояш кәрәк.
Төндөң серен асыр өсөн
Йондоҙ кәрәк.
Үҙ серемде һөйләр өсөн
Гүзәл ай бар.
Тулған айҙың серен һаҡлар
Сибәр ҡыҙ бар.
Ай ҡыҙының сибәрлеге
Ерҙә лә бар.
Төндәге сер йомаҡлығы
Һиндә лә бар.
Бәхетеңде күктән көтмә–
Ҡәҙерен бел.
Көнөң барҙа күңелең күр–
Төнөң көйлө.
Ҡояш көлә:»Шулай бит, – ти
Нурҙар һибеп.
–Һин булмаһаң, ниңә миңә
Гел килергә?»
КҮҘҘӘРЕҢ
Байтаҡ йылдар үткәс осраштыҡ беҙ,
Күҙҙәреңдә күрҙем күҙемде.
Әйтерһең дә, йондоҙ бәрелешеп,
Осҡондары сәсрәп, тиҙ һүнде.
Һинең күҙҙә һүнгән өмөт нуры.
Яҙлығыуҙар, мәңге ваз кисеү...
Өмөт нуры терелә алырмы,
Ваз кисеүҙе бармы киҫеүсе?
Күҙҙәреңдә һағыш—ул һағыныу
Йәшлек ҡалған хәтфә һуҡмаҡты,
Яҙмыш аҙаштырып яңғыҙ ҡалыу,
Өҙөп булмағандай бармаҡты.
Йәшлек ярҙарынан мин дә хәҙер
Бик алыҫҡа киттем, алыҫҡа.
Күпме һағынһам да үткәндәрҙе,
Үткәндәрем ҡалды ҡайтмаҫҡа.
* * *
Күҙҙәреңдә күрҙем үҙемде,
Һуңлап осрашыуҙар шул инде.
ҠАРШЫЛАЙҺЫҢ
Ҡаршылайһың беҙҙе йылмайып,
Шатлыҡ бөркөп көлөп ҡуяһың.
Әллә үҙеңде һин шул минутта
Йәшлек яланында тояһың.
Беҙҙең менән ҡайта һинең йәшлек,
Хәҙер күскән беҙҙең тормошҡа.
Үҫтергәнһең, әсәй, ҙурлап беҙҙе,
Йәшәһен, тип, матур осошта.
Аҙымдарың еңел—нәҡ йәштәрсә,
Күҙҙәрең дә осҡон өләшә.
Ҡартлығыңа өлөш һис бирмәйсә,
Йәшә, әсәй, йәшә йөҙгәсә!
Аҡ сәстәрең һинең тик күбәйһен,
Мәртәбәләр өҫтәп йөҙөңә.
Маңлайҙағы һырҙар ҙа ишәйһен,
Абруй өҫтәп кискән ғүмергә.
Арыма һин, әсәй, был ғүмерҙән,
Күпме ейәнсәр бар, ейәндәр.
Улар өсөн, әсәй, бик кәрәкһең,
Изге кәңәш, аҡыл, һүҙ менән!
* * *
Ҡартлығыңа өлөш бирмәйсә,
Йәшә, ҡәҙерлебеҙ, йөҙгәсә!
АҠ БУРАН
Ирәндектең иң башында
Аҡ буран байрам ҡорған.
Ергә ятҡан йомшаҡ ҡарҙы
Тауҙарҙан һылып алған.
Бер һыҙғыра, йә ыжғыра,
Көлгәндәй мин—юлсынан:
– Ҡурҡмайынса шулай ҡайҙа
Байрамымда юл сығаң?
– Һинән ҡурҡыу гонаһ булыр,
Һаҡланыр ғына кәрәк.
Халҡым көсө бурандарҙы
Быуыр юл тапты күптән.
Әйҙә, уйна, байрам яһа,
Ҡар-буран, туйла әле!
Булһын бары ваҡытында
Буталмай миҙгел, мәле.
Ҡышы килһен ҡары менән,
Ярһып тор, әй, аҡ буран!
Яҙы ҡышты ҡыуып, ергә
Сәскәләр түшәп ҡуйһын!
Артыҡ инәлтмәйсә йәй ҙә
Ваҡытында етешһен.
Ҡояш нурын ямғыр менән
Сама белеп бүлешһен!
Мул уңышын иңгә һалып
Һынау тотһон сағыу көҙ.
... Буран–муллыҡ билдәһе, тип
Ҡыуанып киләм етеҙ.
ЫРЫУ ҠОТО
А. Игебаевҡа
Булмышыңда йортоң ҡото булдың,
Халҡым күҙе, халҡым һүҙе һин.
Күңел ҡото, ҡото Баймаҡтың,
Ырыуымдың ҡото—һин үҙең.
Ҡотло йортто бәхет үтмәй урап,
Йорт ҡото һин, беҙҙең пар ҡанат.
Ерҙең ҡото, ырыҫ име булдың,
Заман үҙе һиндә, уҙаман!
Шулай тиеп әйткем килә икән,
Сәбәбе бар, тимәк, хаҡым бар.
Ҡотҡарырға тиеп һин әйҙәгән,
Йәне яраланған халҡым бар.
* * *
Ырыуымдың ҡото, ырыҫ ҡото,
Заман ҡото—һин бит, аҡһаҡал!
БӘХЕТ
Байып барған ҡояшыма ҡарап
Хушлашамын ошо көн менән.
Тағы ниндәй көнгә ҡайғыһыҙ ай
Алып сығыр мине таң менән?
Дауыллымы, елле-ямғырлымы?
Ул ниндәй көн булыр — билдәһеҙ.
Тик шулай ҙа, ниндәй булһа– булһын,
Ҡаршылармын изге уй теләп.
Көндәремде ҡояш төнгә ялғар,
Төндө көнгә илтер йондоҙ бар.
Ҡурсыр ҡайғыларҙан туғандарым,
Шатлыҡтарым бүлешер киң йыһан.
Өмөт ҡанаттарын елпеп, төндә
Хыялдарға төрөнөп таң көтәм.
Шатлыҡ менән ҡаршылайым көндө,
Ҡояш менән көн дә мин еләм.
Иңдәремдә шатлыҡ—дуҫтар өсөн,
Туғандарым өсөн был бүләк.
Ниндәй бәхет! Бары шуны белеп
Йәшәй алған өсөн бергәләп!
ИҺӘН
Ирәндектең итәгенә
Иһән ауылы һыйынған.
Тәбиғәттең гүзәллеге
Ошо ергә йыйылған.
Ғорур тауҙың биттәрендә
Шыршылар тамыр йәйгән.
Текә таштарға һыйынып
Ҡайындар серен һөйләй.
Һөйгәненә ашыҡҡандай,
Ай ҡалҡа төнгө күккә.
Бейектән баға Талҡаҫҡа–
Үтә һағынып киткән.
Йондоҙҙар ул ғашиҡтарға
Көнләшеп кенә ҡарай.
Айға серле ҡарап, Талҡаҫ
Тулҡын-толомон тарай.
Шул тәбиғәт ҡосағына
Иһән ауылы һыйынған.
Ғаләмдәрҙе таң ҡалдырыр
Батырҙар бында тыуған.
КЕШЕ ЙОҠОҺОНА СЕР ИНДЕРӘМ
Кеше йоҡоһонда мин йөрөйөм,
Йондоҙҙарҙың йыям серҙәрен.
Нурлы айға ҡарап бер йылмаям,
Айҙың алам нәфис ғәмдәрен.
Кеше йоҡоһона сер индерәм–
Йондоҙҙарҙың ғәжәп серҙәрен.
Бирәм тағы айҙың уй-ғәмдәрен,
Йоҡоһонан торһон ғәмләнеп.
Кеше күркәмлеге—серҙәрендә,
Кеше матурлығы—ғәмендә.
Күркәм уйын оло маяҡ итһен,
Шунда күрһен тормош йәмен дә!