Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең кибетендә бөгөн нәҡ ошо көнгә арналған сара уҙҙы. Осрашыуға балалар өсөн ижад итеүсе яҙыусыларҙан Гүзәл Ситдиҡова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Әлфиә Әсәҙуллина, Миңлегөл Тайсина, Тимур Рәхмәтуллиндар саҡырылғайны. Сара бик йәнле үтте. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының I "А" класы уҡыусылары бик ҡыҙыҡһынып Гүзәл Ситдиҡованың әҫәрҙәрен тыңланылыр, үҙҙәре яратып уҡыған шиғырҙарын ятлап ишеттерҙеләр. Тимур Рәхмәтуллин менән бергәләп әкиәт яҙып ҡаранылар.
Халыҡ-ара балалар китабы көнөнә арналған әҙәби осрашыу уҡыусыларҙың да, барлыҡ килгән ҡунаҡтарҙың да күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.