Кескәйҙән уҡытыусы һөнәренең ниндәй ҡатмарлы, ауыр, ләкин мауыҡтырғыс хеҙмәт икәнен күреп үҫтем, сөнки үҙем – уҡытыусылар династияһынан.
Әсәйем, Вәхитова (Латипова) Сәриә Сәғит ҡыҙы, Саҡмағош 1-се һанлы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе, әле лайыҡлы ялда.
Тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы булған мөғәллимәнең уҡыусылары – район һәм республика бәйгеләре еңеүселәре. Мин был уңыштарҙың артында ниндәй ҙур хеҙмәт ятҡанын беләм. "Һәр балаға шәхес итеп ҡарай белергә, ҡаршыһында нәҡ һинең менән бер дәрәжәләге кеше тип ҡабул итергә кәрәк. Баланың кескәй генәуңышын да күрә, уны үҫтерә белеү – уҡытыусы хеҙмәтенең төп асылы. Уҡытыусы белем биреүсе генә түгел, ул үҙ-үҙен тотошо, кейеме, кешеләргә ҡарашы менән баланы тәрбиәләүсе лә. Уҡыусы һәр бер дәрестән белем менән бергә, тәрбиә өлгөһө үҙләштерергә тейеш," – ти әсәйем.
Мәғариф өлкәһендә намыҫлы һәм нәтижәле хеҙмәте өсөн ул Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы маҡтау грамоталары, “Иң яҡшы башкорт теле уҡытыусыһы", РФ-тың "Иң яҡшы уҡытыусыһы" Гранты эйәһе әсәйем – миңә һөнәрем өлгөһө. Ул ысын мәғәнәһендә ижад кешеһе. Төрлө матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан яҙмалары, шиғырҙары, очерктары шул хаҡта һөйләй. Уның шиғырҙарына яҙылган йырҙар радио һәм зәңгәр экрандарҙан яңғырай. Шулай уҡ матур-матур картиналар ҙа ижад итә ул.
Мәктәптә уҡығанда уҡытыусы ҡыҙы булыу бик яуаплы кеүек тойола ине. Ә үҙем был һөнәрҙе һайлағас, уҡытыусы булыу икеләтә яуаплы икәнен аңланым. Әлеге һөнәрҙе һайлауҙа миңә әсәйем һәм өләсәйем этәргес булды, тип һанайым, гәрсә улар бер вакытта ла атап «уҡытыусы бул» тимәне.
Уларҙың тырышлығы, эшенә булған яуаплылығына мин һәр ваҡыт һоҡланып ҡараным. Үҙем дә хәҙер уларға оҡшарға тырышам. Дөрөҫ, ауырлыҡтар тыумай ҡалмай. Бындай ваҡыттарҙа мин иң элек әсәйемдән кәңәш һорайым. Сөнки ул әсәй булараҡ та, уҡытыусы буларак та мине аңлай белә.
Барыһы ла мин тыуырҙан 95 йыл элек башланған. Олатайым Сәғиттең атаһы Закир бабам уҡымышлы, Бүздәк районы Түреш ауылында указлы мулла булған, мәҙрәсәлә балаларға белем биргән. Уның улы, минең олатайым Сәғит тә – уҡытыусы. Уларҙан һуң килеүсе барлыҡ быуындарҙа ла уҡытыусылар булған. Әсәйемдең ата-әсәһе яғынан булған туғандарым яҡлап нәҫелебеҙҙә 33 педагог. Улар араһында атҡаҙанған уҡытыусылар, профессорҙар, хатта академик та бар. Дөйөм хеҙмәт стажы 915 йыл килеп сыға.
96 йәшлек Мөнәүәрә өләсәйемдең хәтере бик яҡшы әле. Күрешкән ваҡытта үҙенең йәш саҡтарын һөйләргә ярата.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мин һигеҙенсе синыфта уҡый инем. Күрше ауылға йөрөп уҡыныҡ. Буран тип тормабыҙ, юл буйында бүреләр ултырып ҡала.
Мәктәпкә инеүгә бүлмәләр һалҡын. Ҡәләм, ручка юҡ. Ҡоромдан ҡара яһап, гәзит мөйөшөнә яҙабыҙ, уныһы ла самалы. Ҡышын мәктәпте йылытыу өсөн йәйен
торф сығарып, һыйыр тиҙәген киптереп, аяҡ менән тиреҫ баҫып, шуларҙан кирбестәр эшләй инек. Көлтә бәйләүселәр артынан башаҡ йыйыу, тырматыу, һигеҙәр сутый тары баҫыуын утауҙа минең кеүек йәш үҫмерҙәр елкәһенә төштө, тип хәтерләй өләсәйем. Ул йылдарҙа бөтә фәндәрҙән дә имтихан тапшырылған. Иҫке Ҡалмаш, Митрә-Әйүп, Үрнәк, Яңы Ҡоты, Рәҗәптән килгән уҡыусылар район үҙәгендә сиратлашып һынау тоталар. Төндә Үрнәккә төшәм, таң беленә башлағанда Рәсмәкәйгә етәм, ә сәғәт һигеҙҙәрҙә Саҡмағошҡа килеп инәм. Имтихан биргән көндө бер һыныҡ икмәк йәки аҙ ғына он бирәләр ине. Һис онотмайым, физиканан имтихан тапшырып Үрнәккә ҡайтҡас, бер телем икмәк менән бер сынаяҡ аҫты ондо хәйер итеп, бер инәйгә индереп бирҙем... 36 уҡыусынан ни бары һигеҙебеҙ генә өлгөргәнлек аттестаты алдыҡ, – тип һөйләй өләсәйем.
X синыфты тамамлағанда өләсәйемде тиф ауырыуы аяҡтан йыға, оҙаҡ ҡына өйҙә ята, ләкин тырыша ул, методиканы үҙ аллы өйрәнеп, Кушнарен педагогия училищеһына имтихан тапшыра, уҡып ҡулына аттестат ала. Яңауыл районының Сибәҙе, Байгужа мәктәптәрендә башланғыс синыф уҡыусыларына белем бирә. Был осорҙа башҡа халыҡ менән бергә уҡытыусылар ҙа төндә баҫыуҙа икмәк елгәрәләр, көлтә ташыйҙар.Белемгә ынтылған ҡыҙ К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә. 1950 йылда документтарын яңы ғына асылған татар теле һәм әҙәбиәте факультетына тапшыра. Уҡытыусыларынан Мансур Зиннәтуллин, Жәлил Кейекбаевтарҙы хәтерләй.
Уҡыуҙы тамамлағас, өләсәйем Яңауыл районының уҡытыусылар коллективы 42 кешенән торған Ямаҙы урта мәктәбендә уҡыта, татар теле һәм әҙәбиәтенән логика, психологиянан белем бирә.
Шағир Илдар һәм ғалим Нил Юзиевтарҙың атаһы Ғафур ағай ул ваҡытта тарих фәненән уҡытҡан. Нил менән Илдар Ҡазандан ауылдарына ҡайтҡан арала төрлө күңелле кисәләр ойошторалар. Икеһе лә матур итеп гармунда уйнай. Һуңыраҡ Нил Ҡазандан өләсәйемә күп кенә әҙәби китаптар ҙа һала. Әле лә булһа өләсәйемдең шәхси китапханаһында Г. Туҡай, М. Йәлил, Ғ. Камал, Т. Ғиззәт, З. Биишева әҫәрҙәре һаҡлана. "Кескәй сағымдан шул китаптарҙы уҡып, әҙәбиәт мөхитендә үҫкәнгәлерме, минең һөнәри киләсәгемә лә юлды улар ярғандыр, ти әсәйем.
Өләсәйем, мәктәптә военрук, физкультура фәндәренән уҡытыусы Бүздәк районы Түреш ауылы егете Сәғит Закир улы Латипов менән 1955 йылда ғаилә ҡоралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайым йөрәк ауырыуынан йәшләй вафат була.Өләсәйем бер үҙе 4 баланы аяҡҡа баҫтыра. Совет мәктәбендә уҡытҡан кеше булараҡ ул уҡытыусы ғына түгел, агитатор, оҙак йылдар үҙ эшмәкәр драма түңәрәге етәксеһе лә була. Төрлө кисәләр, сараларҙың үҙәгендә була ул, күп спектаклдәрҙә үҙе уйнай.
Мөнәүәрә Афзал ҡыҙы Латипованың маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдары бихисап. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн "В.И. Ленин тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” миҙалы
менән бүләкләнгән.
Уның өсөн иң ҙур бүләк – уҡыусыларының иғтибары, хөрмәте. Онотмайҙар, хатта сит илдәрҙән дә шылтыратып, хәл белешеп торалар, ғаиләләре менән хәл
белергә киләләр, осрашыуҙарға саҡыралар. Ул белем биргән уҡыусыларҙан бик күптәре абруйлы, билдәле шәхестәр. Иң һөйөнөслөһө – телгә булган мөхәббәтен
уҡыусыларына ла күсерә алған. Күп кенә укыусыларының шәхси шиғри һәм әҙәби әҫәрҙәр китабы сыҡҡан.
Өләсәйем 41 йылдан артыҡ уҡытып хаҡлы ялға сыҡһа ла, тик тора торған кеше булмай. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла була, ауылда үткәрелгән күп мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.
Намаҙын да ҡалдырмай, 96 йәше тулһа ла, сәйәхәт итергә лә ярата. Туғандарының хәлен белә, бигерәк тә ейәндәре менән театрға барырға, спектаклдәр
ҡарарға ярата. Шиғырҙары гәзит биттәрендә баҫыла, Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналында яңғырай. Бөгөнгө көндә Мөнәүәрә өләсәйем улдары,
ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп йәшәй.
Данлыҡлы уҡытыусылар династияһының дауамы булыуҙың ни тиклем яуаплылыҡ талап итеүен, йылдар үткән һайын төшөнә барам һәм хайран ҡалам. Юҡ, һайлаған һөнәремә аҙ ғына ла үкенмәйем. Эшемдән ҙур ләззәт табам. Һәр иртәлә мәктәпкә, уҡыусыларым янына ашҡынып барам. Бөтә белемемде, бар шатлығымды, барлыҡ йөрәк йылымды балаларға бирәйем, тип эшләйем. Аңлайым, кеше был доньяла ниндәй генә бейеклектәргә ирешһә лә, уның уңыштары башында уҡытыусы тора. Һәм мин үҙемдең уҡытыусылар нәселенең бер тармағы булыуым менән ғорурланам.