Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2024, 17:23

#Элек_хәҙер_Башҡортостан

Бөгөнгө хәбәр – Белорет районынан. 2018 йылда, тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә, Радий Хәбиров Тирлән ауылында булғайны. Ауыл халҡы уға урындағы мәҙәниәт йортона яратып йөрөүҙәре, тик уның бик иҫке булыуы тураһында һөйләне. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында төҙөлгән клуб заманса талаптарға яуап бирмәй ине. 2021 йылда республика Башлығы ҡушыуы буйынса бында яңы күп функциялы мәҙәниәт үҙәге төҙөлә башланы.

#Элек_хәҙер_Башҡортостан
#Элек_хәҙер_Башҡортостан

ирлән мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен 2023 йылдың декабрендә асты. Тантанала видеобәйләнеш аша Радий Хәбиров үҙе лә ҡатнашты. Республика етәксеһе ауыл халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы һәм яңы мөмкинлектәр менән әүҙем файҙаланырға саҡырҙы

Яңы мәҙәниәт усағында ял сәғәттәрен файҙалы уҙғарыу өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Бында 300 урынлыҡ тамашасылар залы, китапхана, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, тренажер залы эшләй. Үҙәкте «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса төҙөгәндәр. Тирлән халҡы ауылға йәм өҫтәгән яңы үҙәккә сикһеҙ шат. Ул олоһон да, кесеһен дә үҙенә тартып тороусы күркәм урынға әүерелгән. Һуңғы 5 йыл эсендә республикала мәҙәниәт өлкәһен үҫтереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Ошо йылдарҙа 86 объект капиталь ремонтланған, 8 яңы мәҙәниәт учреждениеһы асылған. Һөҙөмтәлә Башҡортостан халҡының мәҙәни ялын заманса һәм уңайлы үткәреү мөмкинлеге арта.

#Элек_хәҙер_Башҡортостан

#Элек_хәҙер_Башҡортостан
#Элек_хәҙер_Башҡортостан
#Элек_хәҙер_Башҡортостан
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас