Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2024, 10:45

Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт барлыҡҡа килде

Туған телдәге һүҙҙәр, һөйләмдәр һәм ҙур текстарҙың дөрөҫ яҙылышын интернетта тикшерергә мөмкин. Унда яҙманы күсереп ҡуйып хаталарҙы ҡарарға һәм төҙәтергә була.

Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт барлыҡҡа килде
Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт барлыҡҡа килде

“Тикшереү” сайты Республика Башлығы гранты ярҙамында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башланғысы менән булдырылды.

Сығанаҡ: "Һаҡмар"

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: