Башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы ойошторолоуға быйыл 20 йыл. Ошо арауыҡта ниндәй генә ил, өлкә, республика, ҡалаларҙан делегациялар килмәне лә, кафедра уҡытыусылары үҙҙәре ҡайҙа ғына булманы. Үҙе бер тарих!
Ошо көндәрҙә Саха-Яҡут Республикаһынан туған тел уҡытыусылары делегацияһы Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһы, туған телдәрҙә уҡытыуҙың алдынғы практикаһы, полилингваль белем биреү ойошмаларында уҡытыу менән танышыу һәм тағы ла күп изге маҡсаттары менән килеп етте. Беҙҙең кафедра тарафынан ойошторолған осрашыу ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыкаль ҡоралы ғына түгел, үткәне, киләсәге лә. Осрашыу ҡурай моңонан башланып китте. Республика халыҡ үҙәге белгесе, билдәле ҡурайсы, балаларға ҡурай буйынса белем биреүсе, күп һанлы республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Юнир Шәмсетдин улы Һағынбаев «Томан» йырының тарихын һөйләне һәм йырлап та ишеттерҙе.
Йыр тарихын белмәй тороп, йырҙы тыңлау күңелгә үтеп инмәй, тигән фекерҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан ҡурайҙың тарихы менән таныштырып, тәбиғәттә үҫкән ҡурайҙы музыкаль инстумент кимәленә еткереү буйынса оҫталыҡ класс үткәрҙе. Ҡунаҡтарға был осрашыу бик оҡшаны: ҡурай моңона тәьҫирләнеп алһалар, аяныслы яҙмыш тураһындағы йыр һағышландырҙы, ә ябай ғына үҫемлектең яҡшы яңғырашлы инстументҡа әйләнеүе һоҡландырҙы.
Кафедра мөдире, филология фәндәре кандидаты, дәреслектәр һәм программалар авторы Зәкиә Муллағәли ҡыҙы Ғәбитова кафедраның төп йүнәлештәре тураһында һөйләп үтте. Йүнәлештәрҙең иң мөһимдәренең береһе – уҡытыусыларҙың алдынғы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, таратыу, шуға күрә был осрашыуға «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстарының төрлө йылдарҙағы еңеүселәре һәм лауреаттары саҡырылғайны.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012» конкурсы еңеүсеһе Волга яны федераль округы Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Ишембай ҡалаһы башҡорт кадет корпусының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, республиканың туған телдәр һәм әҙәбиәттәр уҡытыусыларының Ассоциацияһының рәйесе Әйүпов Рифат Риф улы, үҙ сиратында, ассоциацияның эше, функцияһы, маҡсаттары менән таныштырып үтте. Үҙенең педагогик эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Рифат Риф улы тарафынан эшкәртелгән методик ҡулланмалар менән ентекләп таныштылар, фотоларға төшөрөп алдылар.
Яҡут туған теле уҡытыусыларының ассоциацияһы эш башлап тора, тип хәбәр итте ҡунаҡтар.
«Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024» конкурсы еңеүсеһе Туймазы районы Райман ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Арсланова Римма Айрат ҡыҙының оҫталыҡ класы «Туған теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытыу процессының эффектлылығын тәьмин итеүҙә мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланыу» темаһына арналды.
«Туған теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын үҫтереүҙә видеоматериалдар ҡулланыу» темаһы буйынса «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024» конкурсы лауреаты М.А. Киняшов исемендәге Благовещен ҡалаһы 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Гөлнара Фридрих ҡыҙы сығыш яһаны.
Артабан һүҙҙе «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024» конкурсы лауреаты Бишбүләк районы Фәтих Кәрим исемендәге Айыт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хафизова Зәлифә Марат ҡыҙы «Татар теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә функциональ грамоталылыҡ формалаштырыу» темаһы менән дауам итте.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2024» конкурсы лауреаты Нефтекама ҡалаһы 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғилманова Эльза Сәғит ҡыҙының мастер-класы «Күрәм. Ишетәм. Тоям. Уҡытыу процессын уҡыусыларҙың репрезентатив системаһына иҫәпкә алып ойоштороу» тип аталды.
Һәр сығыш яһаусы уҡытыусының оҫталыҡ класта ҡулланылған мәғлүмәте яҡут уҡытыусыларында ҡыҙыҡһыныу уятты, сығыштар һорау-яуап формаһы менән үрелеп барҙы, һәр кеше үҙен ҡыҙыҡһыдырған һорауға яуап алды, киләсәктә уҡытыу процессына ниндәй яңылыҡтар индерергә маҡсат, хыялдар ҡуйҙы яҡут теле уҡытыусылары.
Саха-Яҡут Республикаһының туған тел уҡытыусылары делегацияһы вәкилдәре: «Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында үткән тағы ла бер стажировка көнө уңышлы үтте, үҙебеҙ өсөн бик күп нәмәләр алдыҡ, алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыуҙы ойоштороуығыҙ менән бик ҡәнәғәтбеҙ, һеҙҙең республикала туған телдәрҙе уҡытыу тейешле кимәлдә ойошторолған», тип бик ҡәнәғәт таралышты.
Р.Р. АҠЪЮЛОВА,
башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһының өлкән методисы