Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель , 09:06

19 апрель Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө рәсми рәүештә 2020 йылдан башлап билдәләнә башлай һәм йыл да апрель айының өсөнсө йомаһына тура килә.

19 апрель Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә
19 апрель Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә

Шул йолаға тоғро ҡалып, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы педагогтар һәм балалар араһында фотоконкурс иғлан итә.
Конкурс шарты буйынса ҡатнашыусылар үҙҙәренең милли кейемдәрен кейеп
- фотоға төшөп,
- кейем хужаһының исем-шәрифтәрен теркәп,
- милли кейемдең ҡайһы милләткә ҡарауын яҙып,
- костюмдың төп элементтарының исемен атап яҙып,
- ошо пост аҫтына беркетеү шарт!

Конкурсҡа килгән фотолар 19 апрель сәғәт 12.00 тиклем ҡабул ителә.
Артабан педагогтар һәм балалар араһынан жюри еңеүсене билдәләр.
Ә "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүселәрен бергәләп һайларбыҙ (19-22 апрель).
Еңеүселәрҙе Почет грамоталары һәм бүләк көтә!

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: