Улар араһынан Ғәбиҙуллина Әлфинә Таһир ҡыҙының костюмы еңеүсе тип билдәләнде.
Ғалим С.И. Руденконың фотоһүрәттәре буйынса Ҡалмаҡ ырыуы башҡорттарының кейеменә реконструкция эшләгән ул. Костюмдың төп элементтары: ҡушъяулыҡ, ябай яулыҡ, елән, күлдәк, түш биҙәүесе - яға, иңһәлек, ыштан, түшелдерек, сарыҡ. Афарин!Педагогтар һәм балалар, әүҙемлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһен 19 - 22 апрелдәрҙә (Сәғәт 12.00)бергәләп билдәләйбеҙ:https://vk.com/app7198399_-156150050#poll66222fe4b48f..
Еңеүселәрҙе Почет грамоталары һәм бүләк көтә!