Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель , 16:25

Буласаҡ егерменселәр белем илендә

Бөгөн Өфө ҡалаһының Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында буласаҡ беренсе класс уҡыусылары һәм уларҙың атай-әсәйҙәре өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарылды.

Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Ҡунаҡтарҙы  мәктәп ишеге алдынан уҡ  байрамса кәйеф тыуҙырған милли көйҙәр уйнап, ҡурайсылар ансамбле ҡаршы алды. Күңелле моңдар көйөнә шат йылмайып буласаҡ беренсе егерменселәр асыҡ дәрескә йүнәлде. 
Йыл буйына тырышып әҙерлек дәрестәренә йөрөгән бәләкәстәр математика, рус теле, телмәр үҫтереү дәрестәрендә әүҙем ҡатнашып, ҡул күтәреп яуап биреп, таҡта алдына сыҡып  алған һөнәрҙәрен, белемдәрен күрһәтергә тырышты.

Артабан атай-әсәйҙәр һәм балалар белем иле буйлап сәйәхәткә сыҡты. Киң һәм яҡты гимназия коридоры буйлап Робототехника түңәрәге эшмәкәрлеге, художество һәм ҡул эштәре түңәрәктәренең күргәҙмәләре ойошторолған ине. Ҡурайсылар түңәрәге класы, шулай уҡ мобиль кластар (уҡытыу смартфондар ҡулланылып ойошторолған), спорт залы, китапхана, шулай уҡ заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған технология кабинеттары айырыуса иғтибарға лайыҡ.

Ниһайәт, ҡунаҡтар тамаша залына уҙҙы. Бында ла буласаҡ беренселәр үҙҙәрен һынатманы, атай-әсәйҙәрҙе һәм килгән ҡунаҡтарҙы  ҡыуандырып, матур итеп йыр йырланы һәм тасури итеп шиғыр һөйләп күрһәтте. “Тамыр” йыр-моң ансамбле әҙерләгән музыкаль сығыштарын, "Гүзәл-денс" бейеү ансамбле әҙерләгән сағыу бейеүҙәрен һәм "Егерменсе централ" КВН командаһы сығышын йотлоғоп ҡарап ултырҙы. 
Гимназияның директоры Б.И. Зинуров уҡыу шарттары, туҡланыу системаһы менән таныштырып үтте, буласаҡ егерменселәргә алда көтөлгән уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡалды.

 
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Буласаҡ егерменселәр белем илендә
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: