Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель , 14:41

САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ

19 апрелдә Магнитогорск ҡалаһының Борис Ручьёв исемендәге китапханаһында төбәк-ара “Атайсал” проекты милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға бағышланды.

САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ

Этник медиаүҙәк мөдире Резида Ғайсина Силәбе өлкәһенән, Башҡортостандың Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итте.  “Аҡ ҡауырһын”  әҙәби берекмә етәксеһе Сәфинә Хәкимова проекттың авторы һәм ойоштоусыларҙың береһе булараҡ сараны алып барҙы. М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин сәләмләп “Салауат батыр – халыҡ хәтерендә” тигән доклад менән сығыш яһаны.

 Сибай ҡалаһы 3-сө  гимназияһының педагогик коллектив - ут күршеләр – Магнит ҡалаһында йәшәгән милләттәштәргә ышанысылы терәк. Был юлы ла уларҙың милли колоритлы, йәнле сығыштары сараға йән өҫтәне.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Галин исемендәге премия лауреаты һәм яҙыусы  Әлнисә Алдырханова-Кәримова Салауат Юлаевҡа бағышланған төплө презентация күрһәтһә, уның уҡыусылары  “Беҙ – Салауат вариҫтары” тигән дәртле йыр башҡарҙы. Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһынан килгән сәсәниә Фәнүзә Зөлҡәрнәева әҫәрҙәрен уҡыны һәм китаптарын ҡунаҡтарға бүләк итте.

Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙриә Исхаҡова, Әбйәлил районынан яҙыусы Мансур Һиҙиәтов, шағирҙар – Марсель Хамматов менән Йәмилә Хисмәтова, йырсы һәм композитор Азамат Усманов һ.б. сығыш яһаны.

Был күркәм рух, ижад һәм китап байрамы дауамында халыҡ уҙаманы – Магнитогорск ҡалаһында оҙаҡ йылдар йәшәп ижад итеүсе лайыҡлы рухташ – артист, йырсы һәм композитор Азамат Усмановты 65 йәш тулыу уңайы менән ихлас тәбрикләнеләр.

 

Ҡ. Мортазин,

М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, Силәбе өлкәһе

 

САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
САЛАУАТ ВАРИҪТАРЫ
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: