+1 °С
Болотло
Театрҙың артистары Зөлфәр Әхмәтов (Маладис) һәм Шәһит Хамматов (Афарин) балаларҙы күңелле уйынға йәлеп итеп, тамашаның үҙәгендә ҡайнатты. Һорауҙарға яуап алды, төп геройҙар менән бергә йәнлектәргә ҡойроҡ һайланы, баянда күңелле көйҙәр моңо аҫтында дуҫлыҡ түңәрәгендә әйләндерҙе.
Кескәйҙәр өсөн ойошторолған YomArt театрының етәксеһе Айһылыу Байғусҡарова был изге башланғыстың маҡсаттары хаҡында һөйләп үтте, балаларҙы һәр йәкшәмбе ошондай тамашала көтөп ҡалабыҙ, тине.