Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Апрель , 20:17

"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында 2023-2024 йылдарҙа "Айыҡ ауыл" республика конкурсы йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды
"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды

2024 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы "Айыҡ ауыл" конкурсын "Халыҡтың йәшәү сифаты" йүнәлеше буйынса "Яңы замандың ҡеүәтле идеялары" исемлегенә индергәне мәғлүм. Республикала конкурс 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдан проект Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡабаттан тергеҙелгән. Һандарға килгәндә, ошо арауыҡ эсендә 3000-дән ашыу ауыл проектта ҡатнашҡан, улар араһында муниципаль этап еңеүселәре – 261, республика этабы еңеүселәре – 39. 25 апрелдә был исемлекте тағы 12 ауыл тулыландыҙы.
Биш йыл эсендә 1200 тематик "түңәрәк өҫтәл" үткәрелгән, 13000-дән ашыу мәҙәни-мәғрифәт, 6000-дән ашыу спорт сараһы ойошторолған, 4500-ҙән ашыу ирекмән йәлеп ителгән. Шулай уҡ ошо осорҙа 17 балалар, 18 спорт майҙансығы, туғыҙ ял паркы төҙөлһә, туғыҙ урам, 14 йәмәғәт биләмәһе, дүрт ауыл мәҙәниәт йорто, алты мемориал яңыртылған.

Йылдан-йыл конкурс популярлаша бара һәм республика даны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә тарала. Башҡортостан тәжрибәһе менән Удмурт Республикаһы, Татарстан, Яҡутстан, Һарытау, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы әүҙем ҡыҙыҡһына, оҡшаш саралар уҙғара.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсын ойоштороусылар - «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, республиканың башҡа ведомстволары. Конкурсҡа ярашлы саралар Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

2023-2024 йылдарҙағы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының 12 еңеүсеһе ойоштороу комитетының ағымдағы йылдың 16 апрелендә үткән йомғаҡлау ултырышында раҫланды. Положениеға ярашлы, улар халыҡ һаны буйынса төрлө номинацияларҙа билдәләнә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың ауыл биләмәләре араһында уҙғарылған «Айыҡ ауыл» республика конкурсы тураһында түбәндәгеләрҙе әйтеп үтте:

– Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә социаль әһәмиәтле проект үҙенең һөҙөмтәлелеген, көнүҙәклеген раҫланы. Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә алкоголь ҡулланыуҙың һиҙелерлек кәмеүен билдәләне. Был, һис шикһеҙ, милләттең һаулығында ыңғай сағылыш таба. Республикабыҙҙа «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреп, беҙ ҡуйылған бурыстарҙы әкренләп үтәйбеҙ. Был ауылдарҙа йәшәүселәр бик әүҙем, улар айыҡ йәшәү рәүешен киң пропагандалай. Тимәк, беҙҙә сәләмәт, бәхетле ғаиләләр тағы ла күбәйә. Ауылдарҙы төҙөкләндереү ғаилә мөхитен яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай, рухи ҡиммәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Йыл һайын билдәләнгән уникаль тәжрибәләр, иң яҡшы идеялар башҡаларға ла алға этәргес бирә.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, "Айыҡ ауыл» республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова иһә проекттың фәҡәт республика халҡы әүҙемлеге менән уңышлы тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Иң бәләкәй ауылдар ҙа бәйгелә әүҙем ҡатнаша һәм уңыштарға өлгәшә, тине ул.

– Әгәр 2019 йылда конкурстың муниципаль этабында республика ауылдарының ун проценты ҡатнашһа, һуңғы йылдарҙа проектта барлыҡ райондарҙың да көс һынауы мәғлүм. Һөҙөмтәлә сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән, айыҡ тормош алып барған, төрлө үҙешмәкәр коллективтарҙа һәм спорт түңәрәктәрендә шөғөлләнгән кешеләрҙең күбәйеүе, иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән байрамдар һәм сараларҙың артыуы күҙәтелә.

Конкурс йылдан-йыл камиллаша бара. Ҡатнашыусылар яңы форматтар эҙләй, төрлө фәһемле саралар үткәрә, ҡайһы бер райондар берләшеп ниндәйҙер идеяларҙы тормошҡа ашыра, күрше өлкәләрҙе лә тәжрибә уртаҡлашырға саҡыра. Ғөмүмән, Башҡортостандың "Айыҡ ауыл"ды ойоштороу, үткәреү тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн ҡыҙыҡлы, ул уникаль күренеш булып тора. Конкурстың ойоштороусылары, координаторҙары булараҡ, хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Беҙҙең "Айыҡ ауыл" проектының хәҙер етди норматив базаһы, аныҡ һөҙөмтәләре бар, - тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы проекттың биш йыллыҡ әһәмиәтен билдәләп.

Республика конкурсының һөҙөмтәләренә килгәндә, быйыл түбәндәге райондар һәм ауылдар проекттың еңеүселәре булды:

"Эре тораҡ пункттар" номинацияһында:

I урын – Бөрйән районы, Байназар ауылы;
II урын – Иглин районы, Ҡалтыман ауылы;
III урын – Учалы районы, Сәфәр ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында:

I урын – Йәрмәкәй районы, Әбделкәрим ауылы;
II урын – Салауат районы, Әлкә ауылы;
III урын – Яңауыл районы, Байғужа ауылы.

«Урта тораҡ пункттар»номинацияһында:

I урын – Хәйбулла районы, Оло Әбеш ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Степановка ауылы;
III урын – Тәтешле районы, Сорғолды ауылы.

«Бәләкәй тораҡ пункттар»номинацияһында:

I урын – Асҡын районы, Төлгөҙбаш ауылы;
II урын – Саҡмағош районы, Иҫке Ихсан ауылы;
III урын – Стәрлебаш районы, Түбәнге Аллағыуат ауылы.

2020 йылда республика Башлығы бойороғо менән республика конкурсының приз фонды 40 миллион һумға тиклем арттырылғайны. Алты миллион күләмендәге иң ҙур приз «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһындағы еңеүсегә бирелә. Ҡалған номинацияларҙа еңеүселәр 5, 4 һәм 3 миллион һумлыҡ аҡсалата приз ала, бүләк суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла.

Шулай уҡ республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ҡатнашыусыларҙың күп һанлы үтенестәре һәм теләктәре нигеҙендә, Башҡортостан Хөкүмәтенең еңеүселәргә генә түгел, ә бөтә финалсыларға финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарары ҡабул ителде. Уға ярашлы, быйылдан башлап конкурстың республика этабында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла (еңеүселәрҙән тыш) 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк алды. Финанслау ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән. Шулай итеп, конкурстың приз фонды 2024 йылдан алып 8,4 миллион һумға артты һәм 50 миллион һум самаһы тәшкил итә.

Сара сиктәрендә «Балаларҙа һәм йәштәрҙә айыҡ инаныуҙар формалаштырыу» семинары ойошторолдо, унда спикер булып РФ Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының эшсе төркөмө ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре, айыҡлыҡ уҡытыусыһы Виктор Пономарев сығыш яһаны.
«Башҡортостан Республикаһында айыҡлыҡ биләмәләре» «түңәрәк өҫтәл»ен «Айыҡ ауыл» республика конкурсы координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, профессор, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева алып барҙы.

Төрлө темаларға докладтар менән БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Республика клиник наркология диспансерының баш табибы Руслан Арыҫланов, Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы, БР Һаулыҡ Һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Наталья Тулбаева, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм башҡалар сығыш яһаны. Әйткәндәй хәйбуллаларҙың бәйгелә ҡатнашыу тәжрибәһе уңышлы һәм тос.

- “Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусылар араһында конкуренция ныҡ көслө, шуға ла унда ғәҙәти саралар менән ярышыу һөҙөмтәһеҙ. Шуға ла улар эштең проект алымына күстек. Һөҙөмтәлә "Айыҡ ҡатын", "Шәп егет", "Өләсәйҙәр мәктәбе" проекттары менән ҙур иғтибар яуланыҡ”, - тип билдәләй Роза Рәсембәттова.

Шулай уҡ сара сиктәрендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан министрлыҡтарының һәм ведомстволарының рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Улар араһында редакциябыҙҙан социаль бүлек мөдире Айһылыу Низамова ла бар. Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Илнур Мөхйәнов, БР мәҙәниәт министры урынбаҫары:

- "Айыҡ ауыл" конкурсы бөгөн беҙҙең республикала ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә мөһим роль уйнай. Ул башҡаларға ла өлгө булып тора. Конкурс халыҡты берләштерә, сәләмәт тормошҡа әйҙәй. Халыҡ менән бергәләп яңы шарттарҙа тормошҡа ашырылған, ауылдың үҫешенә йүнәлтелгән проект ул. Конкурс әле башланғыс кимәлдә генә тип уйлайым, киләсәктә ул бөтә ведомстволарҙы берләштергән тағы ла ҙурыраҡ сараға әйләнер тип ышанам.

Гөлшат Хөсәйенова, Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы рәйеcе:

- «Айыҡ ауыл» конкурсын, уның һөҙөмтәләрен көтөп алабыҙ, яҡшы яҡтарыбыҙҙы күрһәтергә тырышабыҙ. Иң мөһиме - был сара халыҡҡа бик оҡшай, бик матур күренеш ул. Былтыр бәйгелә беҙҙең Мәскәү ауылы еңеп сыҡҡайны, быйыл Байгилде ауылы менән килдек. Бөгөн иһә башҡаларҙың сығышын ҡарап үҙебеҙҙең хаталарҙы табырға тырыштыҡ. Киләсәктә лә ҡатнашасаҡбыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Сығанаҡ: "Башҡортостан"

"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды
"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды
"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды
"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды
"Айыҡ ауыл"дың һөҙөмтәләре билдәле булды
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: