Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель , 22:05

ТУРА ЭФИРҘА - ДИКТАНТ!

Иртәгә, 27 апрель, 11.00 сәғәттә ошо һылтанма буйынса БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ яҙа алаһығыҙ!

ТУРА ЭФИРҘА - ДИКТАНТ!
ТУРА ЭФИРҘА - ДИКТАНТ!

Быйыл унынсы тапҡыр уҙғарылған күләмле сарала һәр кемдең ҡатнашыу мөмкинлеге бар! Бының өсөн ни бары БСТ каналын йәки түбәндә беркетелгән һылтанма буйынса тура эфирҙы ҡарарға ғына кәрәк. Трансляция 10:50 сәғәттә башлана.

Тура эфирҙа Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙырыусылар менән танышып үтәйек: - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн диктантты милли батырыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов образында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Зиннур улы Кәбиров уҡый. - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн диктантты Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры, Башҡортостандың халыҡ артисы Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова яҙҙыра; - ә башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында диктант тексын педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Суфиян улы Ғаязов уҡый.
 
 
 
 
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: