-3 °С
Болотло
Май ҡояшы балҡый күк өҫтөндә,
Нурға күмә бөтә донъяны.
Майҙан тулы халыҡ ташҡынына
Оркестрҙар марш уйнаны.
Ветерандар килә әкрен атлап,
Тере сәскә тотоп был көндә.
Күкрәктәре ордендарға тулы,
Ҡараштары көләс, һөйкөмлө.
Еңеү көнө оло шатлығыбыҙ,
Йөҙөбөҙҙә беҙҙең сағыла.
Ватан күген биҙәй ал байраҡтар,
Тантаналы байрам сағында.
Ғорурланыу сиге мәңге һүнмәҫ,
Һәйкәлдәрҙә сәскә бәйләме.
Донъя балҡый, илем салют бирә,
Бөгөн ерҙә Еңеү байрамы!