Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2024, 18:10

Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!

Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһының уртансы "Гномики" төркөмө тәрбиәләнеүселәре Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арнап "На привале"("Ял мәлендә") тип аталған флешмоб ойошторған.

Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!

Балаларға видеояҙмаға төшөү бик ныҡ оҡшаны, ти тәрбиәселәре Нурзиә Миңлеғәле ҡыҙы Мәхийәнова - тәрбиәләнеүселәрем әйтмешләй, беҙ үҙебеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батыр һалдаттар кеүек хис иттек, ул саҡтағы ауырлыҡтар күҙ алдыбыҙҙа сағылдылар.

Эйе, патриотик тәрбиә биреү төшөнсәһе киң мәғәнәне аңлата, йәғни ул бала күңелендә тыуған илдең тәбиғәтенә, тыуған йортона, халҡының тарихына, уның мәҙәниәтенә мөхәббәт уятыуҙан ғибәрәт.
Тыныс тормош өсөн яу яландарында баштарын һалған яугирҙар, тыл ветерандары, бөгөнгө көндә илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙ алдында беҙ баш эйәбеҙ, уларға мәңгелек рәхмәтлебеҙ!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын! 


Н.М. МӘХИЙӘНОВА,

Баймаҡ ҡалаһы "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын!
Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас