Новости
15 Мая 2024, 18:39

Иғтибар, конкурс!

Өфө ҡалаһында 24 – 26 майҙа икенсе Халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһе үтәсәк. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары был күркәм сараны былтыр ҙа бик йылы ҡаршы алды. Республика етәксеһе Р. Ф. Хәбиров, фестивалдең беҙ өлгәшергә ниәтләгән иң изге маҡсаты – китапҡа һөйөү тәрбиәләү, тине.

Иғтибар, конкурс!Иғтибар, конкурс!
Иғтибар, конкурс!


“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ошо изге маҡсатҡа эйәреп, 21 – 24 майҙа педагогтар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм балалар араһында “Минең өҫтәл китабым” конкурсын уҙғара.

Конкурс шарттары буйынса һәр ҡатнашыусы үҙенең яратҡан китабын тотоп фотоға төшөп, ни өсөн нәҡ ошо китап уның өҫтәл китабы икәнен иҫбатлаусы комментарий яҙып, мәғлүмәтте ошо иғлан аҫтына беркетергә тейеш.
Конкурс материалдары 21 май 21.00 сәғәткә тиклем ҡатнашыусының тулы исем-шәрифтәрен, эшләгән йә уҡыған урынын атап, беркетелгән комментарий рәүешендә ҡабул ителә. Еңеүсе 22 май көндө билдәле буласаҡ.
“Тамашасы һөйөүе” номинацияһы еңеүсеһен 22 – 24 майҙа бергәләп билдәләрбеҙ.
Еңеүселәрҙе “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының Почет грамотаһы һәм бүләк көтә. Һәр ҡатнашыусыға исемле сертификат биреү мөмкинлеге ҡаралған.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас