Әлеге мәлдә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “ Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” Асыҡ академияһы үҙ эшен башланы. Ул ике көн буйы дауам итәсәк. Бөтә Рәсәй кимәлендә бишенсе тапҡыр үткәрелеүсе форумға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан абруйлы эксперттар, спикерҙар, билдәле гүзәл заттар йыйылған.
Күркәм сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, сараны ойоштороусы, "Ҡатын-ҡыҙ биләмәһе", "Өфө хосписы" шәфҡәтлек фондтары рәйесе Каринэ Хәбирова, Совет Федерацияһы Комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова асты. Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Маликов барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға матур йырын бағышланы.
+2 °С
Ҡар