Тиҙҙән Ейәнсура районында, атап әйткәндә, Иҫәнғол ауылында, Юрий Шатунов иҫтәлегенә аҡ раузаларҙан аллея барлыҡҡа киләсәк. “Ласковый май” төркөмө солисы Ырымбурҙа балалар йортона эләгер алдынан Күмертауҙа йәшәй. Бала сағы шунда үтә. Шулай уҡ бер нисә йыл Иҫәнғолда уҡый.
2 июндә Ейәнсура районы үҙәгендә раузалар ултыртыу ғына түгел, ә киске концерт менән автоуҙыш та ойошторола, унда “Ласковый май” репертуарынан иң яҡшы хиттар яңғыраясаҡ.
Сара Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм яҡын сит илдәрҙән артистың ижадын һөйөүселәр ярҙамында үткәреләсәк. Унда йырсының яҡындары, туғандары, класташтары һәм бала саҡ дуҫтары ҡатнашаҡ.
Мәғлүмәт: kumertime.info
Фото: krassever.ru