Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2024, 13:07

«Урал батыр» эпосы буйынса буяу китабы донъя күрҙе

Ерҙәге иң боронғо эпостарҙың береһе «Урал батыр» балаларға яҡынайҙы. Башҡортостанда күренекле эпос буйынса буяу китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡты «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы әҙерләп сығарған.

«Урал батыр» эпосы буйынса буяу китабы донъя күрҙе
«Урал батыр» эпосы буйынса буяу китабы донъя күрҙе

Китап өсөн эпостан өҙөктәр һайлап алынған һәм уларға аҡлы-ҡаралы иллюстрация төшөрөлгән. Рәссамы иһә Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле  Санкт-Петербургта йәшәгән Рената Хәйҙәрова.

Музей-ҡурсаулыҡ директоры Фәүзил Маликов һөйләүенсә, эпос буйынса буяу китабы йәки комикс эшләү идеяһы менән улар күптән янып йөрөгән.

– Шүлгәнташ мәмерйәһен үҫтереү тураһында һүҙ алып барғанда, «Урал батыр» эпосын күҙ уңынан ысҡындырып булмай. Беҙҙең музей-ҡурсаулыҡ Шүлгәнташ һәм ундағы ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе генә түгел, «Урал батыр»ҙың иҫтәлекле урынын һаҡлау һәм танытыу өҫтөндә эшләй. Мәмерйәнән тыш, был урынға Йылҡысыҡҡан, Ығышма күлдәре, Шүлгән йылғаһы һәм эпостағы башҡа киң билдәле объекттар инә. Маҡсатыбыҙ ябай – башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын популярлаштырыу һәм һаҡлау. Эпосты кешелектең ҡаҙанышы булараҡ бәләкәй саҡтан үк өйрәнергә кәрәк. Балалар өсөн ауыр тексты төҫлө ҡәләмдәр ярҙамында үҙләштерергә мөмкин.

Китаптарҙың тәүге даналары таратылған да инде. 18 майҙа «Музейҙар төнө – 2024» Бөтә Рәсәй акцияһында төрлө конкурстар үтте. Әүҙем ҡатнашҡан кескәйҙәргә ошо баҫманы алып ҡыуанған.

Китап-буяу сикләнгән тираж менән донъя күргән. Уны Бөрйән районындағы «Шүлгәнташ» музейында һатып алырға мөмкин.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: