Башҡортостан Башлығы Һуңғы ҡыңғырау байрамы көндәрендә республикала алкоголь һатырға ярамағанын хәтергә төшөрҙө.
«Саралар уҙғарылған көндә алкоголь һатыуҙы тыйырға һөйләштек. Был дөрөҫ ҡарарҙыр тип уйлайым. Кемгәлер оҡшай, кемгәлер юҡ, ләкин беҙ барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.