Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2024, 00:34

Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!

Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәтенең китап магазинында бөгөн балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән бик файҙалы, саф башҡорт телендә шәп сара үтте.

Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!

Осрашыуҙың төп ҡунаҡтары, әлбиттә, китап уҡырға яратыусы балалар булды. БР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов һәм «Йомарт» студияһы үҙенең дуҫтарын Ленин урамы, 26-сы йортта урынлашҡан «КИТАП» магазинына йыйып, тамашасыһына башҡортса әкиәттәр уҡыны, күңелле йырҙар йырлатты, дәртле баян көйөнә ихлас бейетте.

Балалар Шәһит Хамматов башҡарыуында "Алтын балта" әкиәтен бик йылы ҡабул итте. Һорауҙарға ихлас яуап биреп, алдышыу, мутлашыу кеүек сифаттарҙың кеше тормошона кире йоғонтоло булыуына инанды. Һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы булырға һүҙ бирҙе.

Үҫеп килгән йәш быуынға ошондай оло тәрбиәүи әһәмиәтле, рухлы сара ойоштороусы Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәтенә, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматовҡа һәм «Йомарт» студияһына килгән ҡунаҡтар һәм балалар исеменән ҙур рәхмәт еткерәбеҙ, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, тип теләйбеҙ!

Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: