Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2024, 16:15

Ғәйбәткә күмдерелгән байрам

Ошо көндәрҙә Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау байрамдары үтте. Матур йола буйынса ун беренселәр республика парктарында һәм майҙандарында йыйылып мәктәп вальсына бейергә төштө. Әммә, ҡайһы бер күңелдәре боҙоҡ кешеләр араһында был матур көндө лә боҙорға маташыусылар табылды.

Ғәйбәткә күмдерелгән байрам
Ғәйбәткә күмдерелгән байрам

Хәл былай булды: Совет майҙанында барған һуңғы мәктәп вальсы ваҡытында бер уҡыусы ҡыҙ “Китап байрамы”нда ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты бейергә саҡырҙы. Етәксе был тәҡдимде ҡабул итте, һәм ҡыҙыҡай менән матур итеп вальс әйләнделәр. Күптәр ҡыҙ бала өсөн ҡыуанды: ул был һуңғы ҡыңғырауҙы ғүмерлеккә иҫендә ҡалдырыр, тинеләр. Әммә ҡайһы бер баҫмалар ошо матур саранан да бысраҡ эҙләне. Улар Радий Фәрит улы менән бейегән ҡыҙ һис тә мәктәп уҡыусыһы түгел, ә колледж студенты тип яҙып сыҡты. Хатта йәмһеҙ ҡушамат таҡты. Бала тураһында барлыҡ шәхси мәғлүмәттәр баҫылды.

Ысында иһә Башҡортостан Башлығы менән бейегән Милана Әхмәтова IX класты тамамлағас, музыкаль колледжға уҡырға ингән. Һәм ике йыл уҡығандан һуң, мәктәп программаһы буйынса XII класты тамамлай. Уларҙың традицион сығарылыш кисәһе үтә, балалар марттан алып сығарылыш бейеүен өйрәнә һәм был көнгә әҙерләнә. Милана һәм уның класы башҡалар кеүек үк Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул - ысынлап сығарылыш класс уҡыусыһы, ә был “уйлап сығарылған” хәл түгел.
Тик ялған мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә таралды, ҡыҙҙы һәм дәүләт матбуғат сараларын алдаҡта ғәйепләнеләр. Кешеләрҙең реакцияһы ла тейешенсә булды: шунда уҡ ҡыҙға ҡарата бик насар комментарийҙар яҙа башланылар.
Баланы яҡлар өсөн колледж директоры Ришат Рәфҡәт улы Сәғитов үҙ һүҙен әйтте, был уҡыу йортоноң тәртибен һәм регламентын аңлатты. Бында балалар бер юлы урта белем дә, һөнәри белем дә ала, тине. Баҫма, уның һүҙҙәренә таянып, тағы бер тапҡыр материал яҙып сығарҙы. Үҙҙәре үк уйлап сығарған хәлде улар республикалағы скандал тип атаны, ә иң мөһиме бала алдында бер кем дә ғәфү үтенмәне. Баҫма негатив юҫыҡта уның исем-фамилияһын атағас, ҡыҙ үҙенә ҡарата бик күп насар һүҙҙәр ишетергә мәжбүр булды. Ҡыҫҡаһы, улар баланың иң мөһим көнөн боҙҙо һәм ҡатмарлы имтихандар алдынан әхлаҡи торошон ҡаҡшатты. Бындай журналистарҙы профессионалдар тип атап булмай, әлбиттә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был инцидентҡа ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Тулыраҡ видеояҙмала.

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: