Новости
30 Мая 2024, 05:30

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың телмәрен һәм фекерләүен үҫтереүсе алымдар

А.Р. СИРБАЕВА, Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Дыуан бүлексәһе уҡытыусыһы, уҡытыусы-дефектолог, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың  телмәрен һәм фекерләүен үҫтереүсе алымдарҺаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың  телмәрен һәм фекерләүен үҫтереүсе алымдар
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың телмәрен һәм фекерләүен үҫтереүсе алымдар

Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге 2010 йылда «Мәғариф» милли проектына ярашлы асылды. Дистанцион үҙәктең ете бүлексәһе бар, улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Туймазы, Белорет ҡалаларында һәм Дыуан районы Мәсәғүт ауылында урынлашҡан.

Беҙҙә өйҙә һәм дистанцион форматта һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар белем ала. Башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ дистанцион формала өйрәнелә.

Республиканың инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә төрлө нозология, уҡытыу варианттары буйынса уҡыусылар бар, шуларҙың 50%

ашыуы – психик үҫешендә тотҡарлыҡтары булған балалар. Әлбиттә, ундай уҡыусылар ғәҙәти мәктәптәрҙ лә осрай. Шуға ла психик үҫешендә тотҡарлыҡтары булған уҡыусыларҙы уҡытыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләп, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып үтергә теләйем. Психик үҫешендә тотҡарлыҡтар, уның сәбәптәре, дауалау алымдары тураһында психолог, психиатр, табиптарҙан йәиһә психологик әҙәбиәт менән танышып белергә була. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, психик үҫешендә тотҡарлыҡтар – ул нормаға ярашлы һәм аҡыл кимәле түбән үҫеш араһында сиктәш зона. Ул ваҡытлыса, әгәр ҙә

үҫтереү-коррекцион эштәре маҡсатҡа ярашлы, системалы алып барылһа, 23 – 25 йәштәргә үтергә, бөтөргә тейеш. Психик үҫешен дә тотҡарлыҡтары

булған уҡыу сыларҙың белем алыуға мотивацияһы түбән, улар дәрестә лә тиҙ арыусан, шуға ла ҡыҙыҡлы һә файҙалы эш төрҙәрен алыштырып, сиратлаштырып торорға кәңәш ителә.

Ундай уҡыусыларҙың телмәре ярлы, һүҙлек запасы һәм хәтере үҫешмәгән, фекерләү процесының аңлау, анализ, һығымта эшләү һ.б. эшмәкәрлектәре

ауырлыҡтар кисерә. Шуға ла ундай уҡыусыларҙы уҡытҡанда һәр дәрескә һүҙлек запасын үҫтереү, фекерләү процесын әүҙемләштереү өсөн төрлө эш

алымдары алырға кәңәш ителә.

Методик кәңәштәр.

– Текст менән танышҡанда тәүҙә уҡытыусының өлгөлө уҡыуы мотлаҡ. Әгәр шиғыр ятларға бирелһә, шиғырҙы яттан һөйләү отошло (бер өлөшөн генә

булһа ла уҡытыусы яттан тасуири итеп һөйләп күрһәтһә, уҡыусы шулай ятларға, һөйләргә тырышасаҡ).

– Яңы һүҙҙәр һәм төшөнсәләрҙе иҫтә ҡалдырыу өсөн, уҡыусы һүҙҙе яҙып ҡына ҡуймай, ә яҙа, әйтә, шул осраҡта уның телмәр эшмәкәрлегенең

дүрт төрө – яҙыу, күреү, уҡыу, ишетеү – әүҙем эшләйәсәк. Ул һүҙҙе яҙа, күрә, уҡый, ишетә. Был алым бигерәк тә яңы һүҙҙәр һәм төшөнсәләрҙе иҫтә ҡалдырыу өсөн бик файҙалы.

– Күнегеүҙәр, төрлө эштәр биргәндә биремдәр 7 – 8 һүҙҙән торған һөйләмдәр менән аңлатылырға тейеш. Һеҙҙең телмәрегеҙ тарҡау, ҡушма һөйләмдәрҙән торһа, уҡыусыға төп эштетаңлауы ауыр буласаҡ, сөнки үҙенсәлекле баланың аңы 7 – 8 һүҙҙе генә ишетә, ҡабул итә.

– Ял минутын «Броун хәрәкәте» формаһында үткәреү ял итергә лә, дәрестә үтелгән теманы ҡабатларға ла, төрлө дидактик уйындар ойошторорға

ла булышлыҡ итәсәк. «Броун хәрәкәте» – ул физикалағы күренеш, билдәһеҙ тәртиптә хәрәкәт итеү тигәнде аңлата.

Дәрес алдынан уҡытыусы һүҙҙәр, төшөнсәләр яҙылған карточкаларҙы кабинетта төрлө ергә элә, йәбештерә, йәшерә. Мәҫәлән, парта, ултырғыс

аҫтына, таҡта, шкаф өҫтөнә ҡуя. Билдәле бер ваҡытта уҡыусылар һүҙҙәрҙе йыя, теҙә, туплай. Шулай итеп, ул йөрөй, атлай, үрелә, бөгөлә, йәғни,

физик күнекмәләр эшләй. Бында шулай уҡ музыка ҡуйып, ял минутын тағы ла йәмләргә була. Аҙаҡтан йыйылған карточкалағы һүҙҙәр менән төрлө дидактик уйындар ойошторорға мөмкин.

Һүҙлек эшен ойоштороуҙа дидактик уйындар.

Дидактик уйындарҙың маҡсаты: бирелгән темаға һүҙҙәрҙе ҡабатлау, телмәрҙә әүҙем ҡулланыу, хәтерҙе, иғтибарҙы нығытыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

Ижади һүҙлек.

Һүҙҙәге хәрефтәрҙе, һүҙҙең мәғәнәһен ассоциатив һүрәткә оҡшатып иҫтә ҡалдырыу. Мәҫәлән, «ҡояш» һүҙендә О хәрефен ҡояшҡа оҡшатып эшләү, буяу, һ.б. Был алым бигерәк тә башланғыс класс уҡыусыларына оҡшай. Һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға, телмәрҙә ҡулланырға һәм ижади фекерләүҙе үҫтерергә булышлыҡ итә.

«Серле һүҙҙәр» дидактик уйыны.

Бында һүрәттәге һүҙҙәрҙең тәүге әрефтәренән һүҙҙәр йыйырға һәм килеп сыҡҡан яңы һүҙҙе буш шаҡмаҡтарға яҙыр ға кәрәк. Мәҫәлән, бал, алма, ли-мон, ананастың тәүге хәрефтәренән «бала» һүҙе килеп сыға. Бында ламинатланған карточкаларҙы ҡулланыу уңайлы, сөнки унда яҙып, юйып, тағы ла ҡулланып була. Шулай уҡ төрлө лексик темаларға ла ошондай карточкалар эшләргә, ҡулланырға мөмкин.

«Үҫтереүсе һүрәттәр»

дидактик уйыны.

Бында айырым бер лексик темаға сюжетлы һүрәт алына һәм төрлө һүҙҙәр тәҡдим ителә.

У ҡ ы у с ы ошо һүрәткә тура килгән һүҙҙәрҙе генә һ а й л а п алырға тейеш. Сюжетлы үҫтереүсе һүрәттәр менән эште башта һ ү ҙ ҙ ә р теҙелә, шунан һүҙбәйл ә н е ш т ә р алына һәм а ҙ а ҡ т а н һ ө й л ә м д ә р тәҡдим ителә. Мәҫәлән, бирелгән һүҙҙәр араһынан һүрәткә тура килгән һүҙҙәрҙе (һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр) әйтегеҙ (йә иһә яҙығыҙ).

Һүҙҙәр: ғаилә, ата-әсәй, мәктәп, тирмә, китап, бала, ҡала.

Һүҙбәйләнештәр: көслө атай, яңы йорт, китап уҡыу, һөйөклө өләсәй, һалҡын ҡыш, аҡ тирмә, татыу ғаилә.

Һөйләмдәр (мәҡәлдәр тәҡдим итергә була). Татыу ғаилә – ил күрке. Бөгөнгө эште иртәгәгә ҡалдырма. Ата-әсә – алтын ҡанат.

Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр араһынан уҡыусы ошо һүрәт кә тап килгәнен һайлап алырға, аңлатырға тейеш. Бары 7 – 8 миҫал тәҡдим ителә. Тағы ла шуны өҫтәп әйтер инем: бындай сюжетлы һүрәттәрҙе уҡыусылар, ата әсәләр менән бергә эшләргә, әҙерләргә була. Әле күрһәткән ғаилә

һүрәтен беҙгә инвалид уҡыусының әсәһе эшләне, ул буш ваҡытында шулай һүрәттәр төшөрә. Һәм иң мөһиме: ҡулланылған алымдар системалы, маҡсатҡа ярашлы алынырға, ябайҙан ҡатмарлаша барыр ға тейеш. Улар психик үҫешендә тотҡарлыҡтар булған уҡыусыларҙы дәрестә әүҙем эшмәкәрлеккә ылыҡтырасаҡ һәм уның дөйөм үҫешенә булышлыҡ итеүҙә уңышлы буласаҡ.

Бөйөк философ Сократ һүҙҙәре менән әйткәндә, «Һәр балала ҡояш бар, уға балҡырға мөмкинлек кенә бир егеҙ».

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың  телмәрен һәм фекерләүен үҫтереүсе алымдар
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың  телмәрен һәм фекерләүен үҫтереүсе алымдар
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙың телмәрен һәм фекерләүен үҫтереүсе алымдар
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас