Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июнь 2024, 05:25

Беҙҙең календарь. Июнь айының иҫтәлекле даталары

1 - балаларҙы яҡлау көнө; Мәғрифәтсе, дин һәм сәйәсәт эшмәкәре Ә.Д. Хөсәйеновтың тыуыуына 165 йыл (1859–1937).

Беҙҙең календарь. Июнь айының иҫтәлекле даталары
Беҙҙең календарь. Июнь айының иҫтәлекле даталары

1- Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Шәмсетдиновтың тыуыуына 75 йыл (1949 – 2009); 

5 - Бөтөн донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө.

6 - Рәсәйҙә Пушкин көнө. Бөйөк рус шағиры А.С. Пушкиндың тыуыуына 225 йыл (1799 – 1837);

9 - БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, профессор Ф.Ҡ. Ҡасимоваға 90 йәш (1934).

10 - Филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Н.Ф. Суфиянованың тыуыуына 75 йыл (1949 – 2012).

12 - Рәсәй көнө;

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө көнө;

Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл (1574).

14 - Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө;

15 - Филология фәндәре докторы, БАССР-ҙыңтатҡаҙанған фән эшмәкәре Ә.И. Харисовтың тыуыуына 110 йыл (1914 – 1977).

БР-ҙың халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисы Хәмзә Ҡурсаевтың тыуыуына 95 йыл (1929 – 2009).

16 - Ҡорбан ғәйете.

Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл (1754 – 1800).

17 - Рәссам, Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербының авторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ф.Ф. Ислаховтың тыуыуына 80 йыл (1944 – 2016).

20 - БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ф.Ф. Фәттәховаға 80 йәш (1944);

22 - Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө;

Этнограф, төркиәтсе Г.В. Йосоповтың тыуыуына 110 йыл (1914 –1968).

23 - Халыҡ-ара Олимпия көнө

27 - Йәштәр көнө.

30 - Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре докторы Ф.Ф.

Абазовтың тыуыуына 75 йыл (1949 –2024).

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас