Был хаҡта ул Бәйләнештәге сәхифәһендә хәбәр итте: "Өфөлә мутлашыуҙың яңы төрө барлыҡҡа килде. Өфө мәктәптәрен тамамлаусыларға минең ялған аккаунтымдан 5000 һум штраф түләтеүҙе талап итеп хаттар килә башланы. Мессенджер аша килгән телеграм хәбәрҙәрендә мин Башҡортостан Республикаһында төп дәүләт имтиханы буйынса комиссия рәйесе булараҡ тәҡдим ителәм. Уларҙа уҡыусының имтихан ваҡытында күсереп тотолоуы, уның эше ғәмәлдән сығарылыуы һәм 5 мең һум күләмендә административ штраф түләргә кәрәклеге тураһында әйтелә.

Был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.

Мин төп дәүләт имтиханы буйынса комиссия рәйесе түгелмен һәм бер ниндәй штраф та түләтелмәй. Был бөтөнләй мөмкин түгел. Уяу булырға һәм мутлашыусыларҙың хәйләләренә бирешмәҫкә үтенәм".
Сығанаҡ:
https://vk.com/a.khazhin, "Башҡортостан" гәзите