Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2024, 09:44

“Берҙәм Рәсәй” партияһы уҙасаҡ һайлауҙарға үҙ кандидатын күрһәтте

4 июнь “Өфө-Арена” спорт аренаһында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк конференцияһы уҙҙы.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы уҙасаҡ һайлауҙарға үҙ кандидатын күрһәтте
“Берҙәм Рәсәй” партияһы уҙасаҡ һайлауҙарға үҙ кандидатын күрһәтте

Унда Мәскәүҙән партия етәкселеге һәм республиканың беренсел ойошмалары делегаттары ҡатнашты.

Партия конференцияһы сентябргә билдәләнгән һайлауҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат күрһәтеү мәсьәләһен хәл итте. Йәшерен тауыш биреү юлы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк ойошмаһы Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙары 8, 9 һәм 10 сентябрҙә үтәсәк.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: