«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы быйыл егерменсе тапҡыр үтә.
16 июндә Салауат районында ойошторолған сара милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арнала.
Йыйын программаһы быйыл да бай була. Ойоштороусылар
- «Салауат вариҫтары» театрлаштырылған тамашаһы;
– «Беҙ – Салауат тоҡомо» республика конкурсы. Егеттәр араһында – «Салауат батыры», ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы –Зөләйха» бәйгеһе уҙғарыла;
– «Иң яҡшы башҡорт тирмәһе» тирмәләр конкурсы;
– Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенирҙы билдәләү буйынса «Оран» республика конкурсы;
– Салауат Юлаев призына милли спорт көрәше буйынса «Көрәш» асыҡ республика турниры;
– «Аҡбуҙат» республика ат сабышы;
– башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Салауат бәйгеһе» асыҡ турниры;
– балалар һабантуйы;
– Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм сәнғәт оҫталары концерты тәҡдим итә.