Ғаризаны 2024 йылдың 30 июненә тиклем теркәлгән урын йәки ташлама буйынса (мәҫәлән, өлкән балалар шунда уҡыһа) бирергә мөмкин.
6 июлдән 5 сентябргә тиклем теләгән бер мәктәпкә мөрәжәғәт итергә була. Буш урындар булған осраҡта балағыҙҙы ҡабул итәләр. Әгәр юҡ икән, мәғариф идаралығы һеҙгә башҡа варианттар тәҡдим итәсәк.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша бирергә мөмкин. Ташламаларҙың тулы исемлеген дә һылтанма буйынса ҡарау мөмкинлеге бар.
Ҡабул итеү һөҙөмтәләре ғаризалар ҡабул ителгәндән һуң өс көн үткәс билдәле буласаҡ. Шәхси кабинетығыҙға хат киләсәк.
Шулай уҡ документтарҙы һәм ғаризаны тапшырыу тураһында белдереү менән почта аша һәм шәхсән мәктәпкә барып тапшырырға мөмкин.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан