Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2024, 20:03

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар менән осрашыу

19 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы еңеүселәре һәм призёрҙары, унда ҡатнашыусылар, шулай уҡ дөйөм белем биреү предметтары буйынса йыйылма командалар тренерҙары менән осрашты. Осрашыу Евразия фәнни-белем биреү үҙәгәнең вуз-ара кампусы майҙансығында үтте.

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар менән осрашыу
Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар менән осрашыу

Радий Хәбиров, быйыл Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар һаны 52 кешегә етте, тип билдәләне. Был рекордлы күрһәткес, биш йыл элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк.

– Был, әлбиттә, ҙур ғорурлыҡ тыуҙыра. Һеҙҙең өсөн, уҡыусыларыбыҙ, йәштәр һәм дөйөм алғанда республикабыҙ өсөн, – тине төбәк етәксеһе. – Был бик мөһим, сөнки олимпиада еңеүселәре һәм Берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл йыйыусылар һаны беҙҙең өсөн мәғариф өлкәһендә барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙме-юҡмы икәнде билдәләү өсөн күрһәткес булып тора. 2020 йылдан алып олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары һаны ике тапҡырға тиерлек артҡан, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда һәм ышаныслы алға барабыҙ.

Осрашыуға тиклем уҡыусылар өсөн кампус буйлап экскурсия үткәрҙеләр. Башҡортостан Башлығы был объектты артабан үҫтереү пландары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, 2024 йылдың аҙағына тиклем кампустың яңы корпусы асыла, унда геном лабораторияһы һәм «21-се мәктәп» урынлаштырыла. Рәсәй Һаҡлыҡ банкының был мәктәбендә һәр кем кәрәкле IT-һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. 2026 йыл башына дөйөм майҙаны 120 мең квадрат метр булған, 4,5 мең студентҡа иҫәпләнгән кампустың төп өлөшөн төҙөү тамамлана. Бында заманса студенттар мөхите ойошторола, лабораториялар, коворкингтар һәм йәшәү, уҡыу, тикшеренеүҙәр үткәреү, эшҡыуарлыҡ өсөн башҡа майҙансыҡтар планлаштырыла.

– Республикала юғары мәктәптең үҫеш темптары ярайһы уҡ яҡшы. Университеттарыбыҙҙың абруйы ла арта, – тине Радий Хәбиров. – Һуңғы ике йылда тәүге тапҡыр миграцияның ыңғай күрһәткесенә ирештек. Элек йәштәр баш ҡала юғары уҡыу йорттарына уҡырға китә ине. Ә хәҙер беҙҙең университеттарға ситтән уҡырға килеүселәр һаны 2 меңгә күберәк. Тимәк, кешеләр ҙур теләк менән тауыш бирә.

Республика Башлығы олимпиадала ҡатнашыусыларға һәм уларҙың уҡытыусыларына яҡшы әҙерлектәре өсөн рәхмәт әйтте һәм өлкән класс уҡыусыларына һөнәр һайлауҙа уңыштар теләне.

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында ҡатнашыусылар менән аралашыу барышында республика етәксеһе һөҙөмтәләрҙең Башҡортостан өсөн ни өсөн мөһим булыуын аңлатты.

– Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы төбәктәрҙең мәғариф министрлыҡтары менән хеҙмәттәшлек барышында һәр ваҡыт һөҙөмтәләрҙе анализлай һәм ошо күрһәткестәрҙән сығып эш итә, – тине Радий Хәбиров. – Башлыса Берҙәм дәүләт имтаханында йөҙ балл йыйыусылар һәм Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һаны артыуы һөҙөмтәһендә, республика мәктәп биналарын капиталь ремонтлау программаһына федераль ҡаҙнанан иң ҙур сумма алыуға иреште – 10 миллиард һумға яҡын. Был беҙгә 140 белем биреү учреждениеһын тәртипкә килтерергә мөмкинлек бирҙе. Тимәк, һеҙ һөҙөмтә күрһәтәһегеҙ, ә беҙ уҡыу шарттарын яҡшыртабыҙ.

Башҡортостан Башлығы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призлы урындар алыусыларға, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға түләүҙәрҙе арттырыу мәсьәләһен ҡараясаҡ, тип хәбәр итте. Әле был сумма уҡыусыларға 100 мең һәм уҡытыусыларға 60 мең һум тәшкил итә. Шулай уҡ министрлыҡта олимпиада еңеүселәренә һәм призёрҙарына төбәк Башлығының 150 мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған премияһын түләү тураһындағы мәсьәлә ҡараласаҡ. Төп шарт булып уҡыусыларҙың донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ҡараған республика вуздарын һайлауы тора. Әле был түләүҙәр БДИ һөҙөмтәләре буйынса йөҙ балл алыусыларға ғына ҡаралған.

Аралашыу барышында уҡытыусыларҙың береһе ҡатнашыусыларҙы дистанцион форматта ғына әҙерләмәҫкә тәҡдим итте. Белем биреү сменалары ойоштороу мөһим, әммә бының өсөн бина талап ителә. Радий Хәбиров кампустың икенсе сиратында ресурс үҙәге булдырыуҙы күҙ уңында тоторға кәңәш итте. Бында шөғөлләнер өсөн бөтә технологик, методик һәм башҡа мөмкинлектәрҙе тупларға мөмкин, ә уҡыусылар кампус ятағында йәшәй аласаҡ.

Радий Хәбиров шулай уҡ уҡыусыларҙың һөнәр һайлау, балалар тәрбиәләү, алдынғы булыу серҙәре һәм үҙ ваҡытын нисек бүлеүе хаҡындағы һорауҙарына яуап бирҙе.

– Осрашыу өсөн, һорауҙарығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙ – республикабыҙҙың ғорурлығы, – тине Башҡортостан Башлығы, осрашыуҙы йомғаҡлап. – Барығыҙға ла уңыштар теләйем. Һөнәр һайлағанда яңылышмағыҙ. Һәр ҡайҙа ла уңыштар юлдаш булһын. Һеҙ быға лайыҡлы. Хәйерле сәғәттә!

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: