Новости
21 Июня 2024, 05:47

Йәшел дарыухана

Дарыу үләндәре әҙерләү өсөн йәй – иң ҡулай ваҡыт. Тик уларҙы оло юлдан, заводтар тирәһенән ситтә, урман-яландарҙа йыйыу һәйбәтерәк.

Йәшел дарыуханаЙәшел дарыухана
Йәшел дарыухана

Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай. Улай иткәндә, шифаһы теймәйәсәк. Еләҫ ерҙә яҡшылап киптерелгән үләнде ныҡлап ябылған быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк.

Һары мәтрүшкә. Сәскә атҡан осорҙа һабағы менән 15 – 20  см оҙонлоғонда йыялар. Сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. Һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы.

Юл япрағы. Уны йәй буйына йыйып әҙерләргә мөмкин. Тик япраҡтарында тап-тимгелдәр булмаһын. Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала.

Аҡ сәскә (ромашка). Сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.

Ҡара ҡарағат, ҡурай еләге. Емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Тик емештәрен боҙолмаҫ элек киптереү сараһын күреү мотлаҡ. Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт.

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас