Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2024, 10:00

Яугир уландарға

Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА,уҡытыусы, яҙыусы, шағир, журналист

Яугир уландарға
Яугир уландарға

Яугир уландарға

“Юҡтырһың да, Алла, әгәр булһаң,
Сабыр итмәҫ инең был эшкә…”
М. Ғафури

Үҙ аяғы менән киткән был уландар
Кире ҡайта ҡара табутта.
Табылмаҫ шул мөғжизәле көстәр
Һеҙҙе терелтергә ҡабаттан.

Ауылымдың күпме ир-егете
Юғалдылар мәңге аранан.
Бына тағы… тағы берәү “китте”…
Ағыу булып әрнеү тарала.

Тормош тәмен татып бөтмәнегеҙ…
Бөтәһе лә ҡалды өҙөлөп.
Етем ҡалды ғәзиз кешеләрең
Ҡара ҡайғыларға төрөнөп.

Йәшәр өсөн тыуабыҙ ҙа инде!
“Юҡтырһың да, Алла!” – һуғыш тыймаҡ…
Йөрәк йыртҡан аяныслы уйҙы
Әйтер өсөн һүҙҙәр ҙә юҡ һымаҡ.

Һуғыш бара.
Һалып йәнгә яңы яраларҙы...
Һуғыш сүпләй илен яҡлап киткән
Уландарҙы – беҙҙең балаларҙы...
Мин ышанам, был һуғыш бөтөр!
Иҫән ҡайтһын яуҙан ҡалғандары!
Еңеү менән ҡайтһын ҡалғандары!..

Шәулиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА 1946 йылдың 17 майында Учалы районының Ахун ауылында тыуа. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Артабан Күмертау ҡалаһына күсә. Юрий Гагарин исемендәге мәктәп-интернатта, педагогия училищеһында уҡыта. 1993 йылда, иренең вафатынан һуң, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм тормошон журналистика менән бәйләй. Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты.

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас