Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь , 16:30

«Данлы ғына Юлай балаһы...»

Салауат Юлаевтың тыуыуына – 270 йыл. М.Х. ИҘЕЛБАЕВ, педагог, яҙыусы, филология фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” һәм С. Юлаев ордендары кавалеры

«Данлы ғына Юлай балаһы...»
«Данлы ғына Юлай балаһы...»

Салауаттың атаһы Юлай Аҙналин 1775 йылдың 25 февралендә Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тотҡан яуабында үҙенең тормошо хаҡында аҙмы-күпме мәғлүмәт бирә. Ошо сығанаҡта әйтелгәнсә, «мәрхүм император Петр Өсөнсөнөң үлеүен үҙ ваҡытында – үлгән ваҡытында уҡ» ишетеүе Юлайҙы заманының ил күләмендәге оло яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып барыусы кеше итеп күҙ алдына баҫтыра. Уға 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына тиклем Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап сит дошмандар менән бер нисә тапҡыр башҡорт хәрби командалары башында һуғышырға тура килә. 1756 – 1763 йылдарҙа пруссактарға ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Билдәле булыуынса, был яуҙа 18 йәшлек Пугачев та «үтә етеҙлек» күрһәтеп (В. Мавродин) һуғыша. 70-се йылдар башында Юлай Убуши хан етәкселе­гендә Джунгарияға ҡасыусы ҡалмыҡтарҙы эҙәрләүгә ылыҡ­тырылған башҡорт командалары сафында була. 1771 йылдың декабрендә поляк конфедераттарына ҡаршы походҡа сыға. Был һуғышта Пугачев восстаниеһының күренекле эшмәкәре Кинйә Арыҫланов та ҡатнаша. Башҡортостандан барған өс меңләп атлы ғәскәр полководец А.В. Суворов етәкселегенә ҡарай, Варшава, Вильно ҡалалары тирәһендә һуғыша. Ырым­бур өлкәһе дәүләт архивында «Дело о наряде башкирцев против польских возмутителей» тигән сығанаҡта (3-сө фонд, 1-се опись, һаҡлау берәмеге – 124) Башҡортостандан ошо походҡа ебәрелгән бөтә һуғышсыларҙың да исемлеге килтерелә. Себер юлынан старшина Юлай Аҙналин командаһында 23 һыбайлы, Нуғай юлынан Кинйә Арыҫланов командаһында 40 һыбайлы була. Юлай Польша походында күрһәткән батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнә.

Әлеге тотҡан яуабында Юлай Аҙналин үҙен 45 йәштәмен тип күрһәтә. Силәбе өлкәһе Һатҡы районы Сүлиә ауылынан Хәйрулла Ибраһимов, XX быуаттың 20-се йылдарында үҙе табып алған ҡағыҙҙарға таянып (ул хаҡта алда әйтелде), Юлайҙың тыуған ваҡытын 1715 йылдың 3 майы тип фараз итә. Ошо дата тирәһендә бер аҙ уйланып ҡарайыҡ. Ысынбарлыҡҡа тап килә тип һанаһаҡ, ул сағында Мәскәүҙә яуап тотҡанда Юлайға 60 йәш, Ҡараһаҡал восстаниеһы еңелгән осорҙа – 25, Рогервикта 1797 йылғы Статейный исемлек төҙөлгән ваҡытта 82 йәш булыр ине. Был осраҡта инде XIX быуаттан бирле бәхәс тыуҙырып килгән А.С. Пушкин һүҙҙәре («1741 йылғы язалар ваҡытында йәшеренеп ҡалған ҡарт боласы Юлай...») дөрөҫкә сығыр, Пушкин таянған сығанаҡ – Салауаттың атаһын яҡындан белгән рус ғалимы П.И. Рычковтың «Ырымбур тарихы»нда ебәрелгән яңылышлыҡҡа ла шик юғалыр, Статейный исемлектәге «мәлйерәп төшкән» тигән һүҙ ҙә 67 йәштәге кешенән бигерәк 82 йәшлек ҡартҡа нығыраҡ тап килер ине. (Был исемлектә Юлайға 75 йәш тип әйтелгән. Тимәк, 1722 йылғы булып сыға.) Үрге Ҡыйғынан Хәйрулла Ҡолмөхәмәтовтың халыҡ телендәге легенда-риүәйәттәргә нигеҙләнгән фаразы буйынса – Юлай 1717 йылдың авгусында тыуған. Күрәһегеҙ, X. Ибраһимов датаһынан алыҫ түгел. Тимәк, уның донъяға килеү ваҡыты ныҡлап асыҡлауҙы талап итә.

Нисек кенә булмаһын, Юлай Аҙналин 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышына тиклем үк тирә-яҡта оло абруйлы исеме менән таныла. XVIII быуаттың 60–70-се йылдарында Уралға сәйәхәт яһаған күренекле рус ғалимдарының һәр береһе юл ыңғайында Шайтан-Күҙәй йортона, Юлай ауылына һуғылып киткән. Санкт-Петербург Фәндәр Академияһының ғәмәлдәге ағзаһы П.И. Рычков, мәҫәлән, Салауаттың тыуған яҡтарына бер нисә тапҡыр барып сыға. 1757 йылда ул Йүрүҙән буйындағы текә ҡаяларҙы – «тәбиғәттең шундай мөғжизәһен күреп, туҡталырға мәжбүр булып, оҙаҡ ғәжәпләнеп» ҡарап тороуы хаҡында яҙа (Топография Оренбургская. – Оренбург, 1887, 387-се бит). Текстан күренеүенсә, Шайтан-Күҙәй ырыуының килеп сығыуы хаҡындағы легенда ғалимға был ваҡытта инде таныш була. Тимәк, Рычков Юлай Аҙналин йортона бынан да алдараҡ килеп, халыҡ телендәге хәбәрҙәр менән танышып өлгөргән. Академик П.С. Паллас, 1770 йылдың ғинуар – апрель айҙарында Өфөлә туҡталып торғандан һуң, Башҡортостандың Себер юлы яғына сығып китә. Майҙың икенсе яртыһын тотош Салауаттың тыуған яҡтарында үткәрә. Эҫем, Ҡатау, Йүрүҙән заводтарын, Ҡаратаулы, Шағанай, Иҙрис, Лаҡлы, Нәсибаш һ.б. ауылдарҙы, Йүрүҙән, Көҫкәнде, Һарыҡондоҙ йылғаларын күрә, үҙенең юл яҙмаларында Янғантауҙы, Ҡор­ғаҙаҡ шишмәһен, мәмерйәләрҙе тасуирлай. 21 майҙа Юлай ауылынан ат ектереп алып китә, ә 25 майҙа был тирәне ҡабат ашыҡмай ғына урап сыға: «Көҫкәнде йылғаһының һул яғында ятҡан... Шайтан ауылынан бер нисә оҙатыусы алып, Көҫкәнде аша юлһыҙ, һирәк-һаяҡ ҡайын үҫкән ике һыртлы Һарыҡондоҙ тауы буйлап тура көнсығышҡа киттем. Ошо тау аҫтындағы туғайҙа бер нисә йорттан торған Юлай ауылы ята, бында Шайтан-Күҙәй йортоноң хужаһы йәшәй» (Путешествие по разным местам Российского государства по повелению Санкт-Петербургской Академии наук: II бүлек, I китап. – СПб., 1786, 59-60-сы биттәр). Паллас артынса уҡ, 1770 йылдың авгусында бында тағы бер рус сәйәхәтсеһе – академик И.И. Лепехин һуғылып үтә. Россияның күренекле фән эшмәкәрҙәре менән ошондай осрашыуҙар, рус армияһы сафында сит илдәргә күп йыллыҡ походтар, волость старшинаһы вазифаһын оҙайлы дәүер башҡарғанда юғарыраҡ власть әһелдәре менән даими аралашып тороу Юлай Аҙналин шәхесенең уй-ҡараштарында эҙһеҙ ҡалмаған, әлбиттә. XIX быуат яҙыусыһы Ф.Д. Нефедов «Ул... аҡыллы һәм йоғонтоло кеше булған; башҡорттар тарафынан берҙәм абруй менән файҙаланған һәм һайлауҙар буйынса бер нисә ҡат рәттән волость старшинаһы вазифаһын тотоп торған. Урындағы хакимдар башҡорт старшинаһына ышаныс менән ҡараған», – тип яҙыуы менән хаҡ булһа, шул уҡ дәүер тарихсыһы Р.Г. Игнатьевтың: «Тоғролоҡ йөҙө күрһәтһә лә, Юлай рустың бөтә нәмәһенә ҡаршы ине, ул үс алыуға, көрәшкә һыуһаны һәм шуларҙың бөтәһен улына ла төшөндөрҙө», – тигән һүҙҙәре лә уҡыусыны уйландыра төшә. Ырымбур губернаторы кенәз А.А. Путятиндың 1768 йылда Юлай Аҙналинды Шайтан-Күҙәй волосы старшинаһы итеп тәғәйенләп ҡуйыуы тарихи әҙәбиәттә киң билдәле. Документтар һөйләүенсә, ул йорт старшинаһы вазифаһын 1760 йылда уҡ башҡарған (Материалы по истории Башкирской АССР: IV том, II киҫәк. – М., 1956, 160-сы бит). Башҡорт старшиналарына ул саҡта ярайһы уҡ ҙур һәм мәшәҡәтле вазифа йөкмәтелгән. Урындағы төп хакимлыҡ эштәре, аҡса- мөлкәт иҫәп-хисабы улар ҡулында булған: волость ерҙәренән халыҡҡа көтөүлектәр, сабынлыҡтар бүлеп биргәндәр, һалым йыйып тапшырғандар, ирҙәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу тәртибен күҙәткәндәр, йорт эсендә килеп сыҡҡан бәхәстәрҙе хәл иткәндәр, волость тормошоноң тағы ла әллә күпме эреле-ваҡлы көндәлек эштәрен юлға һалғандар.

Алдағы биттәрҙә Юлай Аҙналиндың старшиналыҡ вазифаһын башҡарыуға, йәмәғәтселек йомоштарын үтәүгә бәйле ошондай мөһим эшмәкәрлектәренең ҡайһы берҙәренә ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтылыр әле.

Салауат Юлаевтың әсәһе хаҡында архив сығанаҡтарында ла, легенда-риүәйәттәрҙә лә мәғлүмәттәр күп түгел.

1775 йылдың 25 февралендә Мәскәүҙә үткәрелгән һорау алыуҙа Юлай Аҙналин, уның йәшәгән ауылына батша ғәскәрҙәре килеп, үҙе юҡта уның өйөн, мөлкәтен туҙҙырыуҙары, аттарын, малдарын тартып алыуҙары тураһында һөйләй, һалдаттар уның оло ҡатынын туҡмап, аҡса таптыралар, тағы ике ҡатынын һәм 10 йәшлек улын әсирлеккә алып китәләр. Юлайҙың ҡатындары хаҡында ошонан башҡа бүтән документаль сығанаҡтар осрамай тиерлек. Ә кем булған һуң Салауаттың әсәһе?

Уның образын беҙ бары тик халыҡ хәтере аша ғына күҙ алдына килтерә алабыҙ. Герой-шағирҙың әсәһе хаҡындағы легенда-риүәйәттәргә уртаҡ һыҙаттар хас. Беренсенән, һәр легендала уның ҡайһы яҡтан сыҡҡанлығы, исеме әйтелмәй ҡалмай. Дөрөҫ, төрлө төбәк, төрлө исем осрай. Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Кинйәбай Ғилманов (1911 йылғы) уны хәҙерге Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылы ҡыҙы, тип һөйләгәйне. Салауат 17 – 18 йәшлек сағында ошо ауылға олатайҙарына һыбай ҡунаҡҡа барып йөрөр, Әй туғайында ат уйнатыр, тиң­дәштәре менән көрәшеп уйнар булған икән, ти. Үрге Ҡыйғынан Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов, батырҙың әсәһе Тәкәйгә элекке Шағанай ауылынан килен булып төшкән, тигәйне. Салауат районы Әлкә ауылынан Сәхиә Сиражева (1909 йылғы) уның сығышын хәҙерге Әшә станцияһы янындағы Тәләк ауылы менән бәйләй. «Юлай Аҙналин бер саҡ шул яҡтағы урманға барып сыҡҡан, – тип һөйләне ул. – Кеше ҡулы тейә алмаҫлыҡ бейек солоҡто осратып, менеп ҡараған. Шул саҡ солоҡ эйәһе килеп сыҡҡан да: «Кем ҡурҡмайынса минең солоҡто ҡарарға батырсылыҡ итте, ҡайһы яҡ кешеһе ул?» – тип һорай икән. Юлай әйтеп биргән. Шунан теге ҡарт: «Үҙемдән башҡа бер кем менә алмаған солоҡҡа мендең, батыр икәнһең. Бер генә бөртөк ҡыҙым бар, шуны һиңә бирер инем», – тип әйткән. Юлай, ҡыҙҙы оҡшатып, тиҙҙән туй яһап, көймә менән килеп алып киткән, ти». Күренеүенсә, бында Юлайҙың да, уның буласаҡ ҡатынының да көслө, батыр нәҫелдән икәнлегенә ишара яһала. Сүлиәнән Хәйрулла Ибраһимов уны Ҡатау башҡорто­ноң ҡыҙы тип иҫкә алғайны. Салауаттың әсәһенең исеме бер легендала Ғәйшә, икенселәрендә Көнбикә йә Аҙнабикә тип әйтелә. Исемдәр һәм төбәктәр төрлөлөгөнөң бер хикмәте шунда: Юлайҙың бүтән ҡатындарының сығышы ла Салауаттың әсәһенеке менән буталған. Был «буталыш» иң тәүҙә аңлы рәүештә башланып киткәндер. Кем инде легендар геройҙы әсәһенең сығышы яғынан үҙ төбәгенә, үҙ нәҫеленә яҡыныраҡ итеп күрергә теләмәһен?

Легенда-риүәйәттәрҙәге икенсе бер уртаҡлыҡ – Салауаттың әсәһенең халыҡ күңелендәге дөйөм образын бирергә ынтылыу. Төрлө ерҙә һөйләнелһә лә, тарихҡа бөйөк шәхесте бүләк иткән был ҡатын көләс йөҙлө, изге күңелле, уҡый-яҙа белгән, үҙенең улына ҡарата бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөү хисе йөрөткән, башҡорт ерендәге дәһшәтле хәл-ваҡиғаларҙы һәр ваҡыт үҙ йөрәге аша үткәргән актив кеше итеп кәүҙәләндерелә. Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә Салауаттың әсәһенең шиғырҙар сығарыуы иҫкә алына. Буласаҡ батыр уның йырҙарын сабый саҡтан тыңлап үҫкән. XIX быуатта уҡ әле Ф.Д. Нефедов, халыҡ хәтеренә таянып, ошо юлдарҙы яҙып ҡалдырған: «Салауат үҙ әсәһен бик ярата, атаһына ла ныҡ ылыға. Уның менән айырылышмай ҙа тиерлек... Ул үҙ өйөндә әсәһенең моңло йырҙарын, атаһының халыҡ бәхетһеҙлектәре тураһында һөйләгәндәрен ишетеп үҫә».

Һатҡы ҡалаһында йәшәүсе Александра Аверкиеваның миңә яҙып ебәргән бер легендаһында Юлай Аҙналиндың ҡатыны мөғәллимә булғанлығы хаҡында һүҙ бара. Унда ошондай ҡыҙыҡлы юлдарға юлығабыҙ: «Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡһыҙлығына ҡаршы көрәшеп, йылына бер ирекле көн алып биргән. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың байрам көнөнә әүерелгән; бейеү, ярыш, ҡатын-ҡыҙҙарҙың батырлығын, егәрлелеген, сослоғон күрһәтеү буйынса уйындар ойошторолған. Был көндә улар асыҡ йөҙ менән йөрөгәндәр, яратҡан кешеләренә ҡалымһыҙ кейәүгә сыға алғандар. Киң яланда үткәрелә торған ошо байрамды ярлы халыҡ йыл һайын көтөп алыр булған». Юғарыла иҫкә алынған X. Ибраһимов легендаларының береһендә: «Салауат әсәһенән бик тырышып, өс йыл буйы белем алды», – тиелә. Икенсе урында: «Салауаттың йырҙар сығарыуына әсәһе Аҙнабикә лә ҡайһы бер тәңгәлдә булышлыҡ иткән», – тигән һүҙҙәр осрай.

Салауаттың әсәһенең шиғри күңеллелек, сәсәнлек һыҙаттары халыҡ хәтеренә айырыуса ныҡ һеңеп ҡалған. Хатта уның исеменән сығарылған йырҙар, телдән-телгә күсеп, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Риүәйәттәр һөйләүенсә, Салауат яуға китер мәлдә, әсәһе уға үҙ теләктәрен йыр менән әйтеп бирер булған. Ырымбур өлкәһе Александр районының Ҡайыпҡол ауылында йәшәүсе Миңлебулат Абдразаҡовтан 1960 йылда Н. Шоңҡаров яҙып алған текста ошондай юлдар бар: «Салауат юлға сығыр алдынан, әсәһе йырлап бер туҫтаҡ ҡымыҙ биргән, ти:

 

Балаҡайым, һине мин үҫтерҙем

Ҡаршы килгән яуға сыҡһын, тип.

Илде дошман килеп баҫҡан саҡта

Уҡ-йәйәһен ҡулына алһын, тип».

Кем белә, бәлки, был ҙур йөрәкле ҡатын сит ил походтарына сыҡҡан Юлай Аҙналинды ла шулай йыр менән оҙатҡандыр. Тыуған ер, халыҡ именлеге өсөн көрәшкән ир-егеттәргә теләктәшлек тойғоһо ошо уҡ йырҙың түбәндәге строфаһында ла сағыла:

 

Ай-һай ҙа ғына йөрәгем яна ла,

Һалҡын ғына һыуҙар һибегеҙ, тим.

Ил дошманы ла килеп баҫҡан саҡта

Уҡ-йәйәләр ҡулға алығыҙ, тим.

 

1965 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылында Әсмә Күсимованан (1898 йылғы) М. Сәғитов яҙып алған йыр ҙа Салауаттың яуға китеү эпизоды менән бәйле. «Балаҡайым, һине мин үҫтерҙем» тип башланған куплет бында хатта һүҙмә-һүҙ ҡабатлана. Ә артабанғы юлдар батырҙың әсәһенең тыуған ер яҙмышы менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныусы кеше икәнлеген айы­рыуса көсәйтеп ебәрәләр:

 

Урал ғына тауҙың, ай, бешәһе

Араһына һис көн төшөрмәҫ.

Был ни ғәжәп, был ни хикмәт икән,

Башҡорт иленән яу-дошман китешмәҫ.

 

Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Сүлиә ауылынан Мөхәррәфә Ибраһимова (1908 йылғы) 1975 йылда һөйләгән бер риүәйәт минең күңелгә онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡалды.

Салауат 18 йәшендә төш күрә лә әсәһенә әйтә:

Әсәй, мин бөгөн төшөмдә бик яҡшы атҡа атландым. Олатайым осрап: «Был ат менән ҡайҙа бараһың? Был бит ябай ат түгел, Дөлдөл, һине ҡолатыр ҙа, имгәнерһең», – тине. Ә мин йығылманым, имгәнмәнем, ошо ат менән йыраҡҡа киттем, артымдан ҡыуа төштөләр, етә алманылар, ләкин шул йыраҡтан өйгә ҡайтып ингәнемде белмәйем.

Әсәһе һорай икән:

– Ҡояш күрҙеңме?

– Күрҙем, – тип яуап биргән ул.

– Салауат күпере аша сыҡтыңмы?

– Сыҡтым.

– Эй, улым, – ти икән әсәһе, – һин бик ҙур кеше, бәхет эйәһе булырһың, ләкин тыуған ереңдән ғүмергә ситтә ҡалырһың...

Бында, төш юрауҙан бигерәк, Салауаттың егет булғас та әсәһенә мөрәжәғәт итеп, уның менән кәңәшләшеүе, әсәһенең улы яҙмышы өсөн борсолоуы төҫмөрләнә түгелме?

Шулай итеп, халыҡ хәтере беҙҙең көндәргә Салауаттың әсәһенең ярайһы уҡ сағыу образын килтереп еткергән. Был образ һис шикһеҙ ысынбарлыҡҡа яҡын. Ошондай бай күңелле, изге йәнле, талантлы, батыр рухлы әсә генә үҙ халҡына легендар батыр бүләк итә алғандыр.

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: