Новости
12 Июля 2024, 17:04

Баш ҡалабыҙ юбилейына гимн әҙер

31 августа Ленин исемендәге майҙанда баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған концерт буласаҡ.  Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған гимн ошо концертта тәү тапҡыр яңғыраясаҡ.

Баш ҡалабыҙ юбилейына гимн әҙерБаш ҡалабыҙ юбилейына гимн әҙер
Баш ҡалабыҙ юбилейына гимн әҙер

Өфөгә дан йырлап» конкурсы жюрийы 60-тан ашыу конкурс эше араһынан иң яҡшы йырҙы билдәләне. Ул 31 августа Ленин исемендәге майҙанда баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына бағышланған концертта яңғырай. Гимндың авторы ла шул көндө билдәле була.

Конкурс яҙ көнө иғлан ителгән булған. Еңеүсегә бүләк — 100 мең һум аҡса. Уның шарттарына ярашлы, гимн үҙенсәлекле милли колоритҡа эйә булырға, Өфө тураһында күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәрҙән торорға тейеш.

Конкурста профессиональ һәм үҙешмәкәр авторҙар, ижади берекмәләр ҡатнашты. Жюри йырҙарҙы музыкаль әҫәрҙең үҙенсәлеклелеге, башҡарыу сифаты һәм текстың художество ҡиммәте кеүек критерийҙар буйынса баһаланы.

«Был конкурс ярыш ҡына түгел, ә Өфө халҡын һәм республикабыҙҙың музыка һөйөүселәрен берләштергән ижад байрамына әүерелде. Конкурсанттар ҡаланың тарихы һәм матурлығы менән илһамланып,  тыуған төйәгебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хистәре менән һуғарылған әҫәрҙәр ижад итте», — тип билдәләнеләр ойоштороу комитетында.

Ойоштороусылар — Өфө хакимиәте, Башҡортостандың Композиторҙар союзы һәм Яҙыусылар союзы.

Сығанаҡ: ИА Башинфрм

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас