Новости
17 Июля 2024, 00:00

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар ылауҙар водителдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

16 июлдә Өфөлә төбәк Башлығы Радий Хәбиров республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ гуманитар ылауҙар водителдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шайморатов генерал ордендары һәм миҙалдарына 28 кеше лайыҡ булды.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар ылауҙар водителдәренә дәүләт наградалары тапшырҙыБашҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар ылауҙар водителдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм гуманитар ылауҙар водителдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышы стенограммаһы:

Хөрмәтле иптәштәр!

Беҙ һеҙҙе лайыҡлы дәүләт наградаларын тапшырыу өсөн саҡырҙыҡ. Һеҙгә илебеҙ Президенты, республикабыҙҙың барлыҡ халҡы исеменән рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, хәрби батырлыҡтарығыҙ өсөн ҙур ихтирам һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең һәм хәрби иптәштәрегеҙ алдында баш эйергә теләйбеҙ. Мин һәр ваҡыт, унда, алғы һыҙыҡта, беҙҙең иң яҡшы кешеләребеҙ, тип әйтәм. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Һәм һәр ваҡыт үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә терәк булырға тырышасаҡбыҙ.

Һәләк булған геройҙарыбыҙ, уларҙың батырлығы, ныҡлығы һәм антҡа тоғролоғо алдында баш эйәбеҙ. Улар беҙҙең йөрәктәрҙә мәңгегә. Һәм, геройҙарыбыҙ тураһындағы хәтер мәңге йәшәһен өсөн, барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Бөгөн мин хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырам. Тантанала ҡатнашыусылар тураһында бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ.

2022 йылдың октябренән фронтта булған разведчик-пулеметсы Мостафин Рәмил Вадим улы бер нисә тапҡыр штурмлау хәрәкәттәрендә һәм дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Ул Батырлыҡ ордены һәм Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.

Рядовой Павлов Алексей Михайлович, яраланһа ла, хеҙмәтен дауам итә. Ул госпиталдән һуң пилотһыҙ осоу аппараттары операторына уҡый һәм алғы һыҙыҡҡа ҡайта.

Кесе сержант Мирзаев Азамат Рәхмәтилла улы инде йыл ярым хеҙмәт итә. Ә 2024 йылдың апреленән азат ителгән биләмәләрҙә тәфтиш-эксперт төркөмөнә ярҙам итә, юғары һөнәри оҫталыҡ һәм сыҙамлыҡ күрһәтеп, мөһим махсус бурыстар үтәй.

Беҙҙең өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе материаль йәһәттән, тейешле махсус ҡорамалдар һәм кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү, уларҙың көнкүрешен яҡшыртыу төп йүнәлештәрҙең береһе булыуын беләһегеҙ. Власть органдары, муниципалитеттар, предприятиелар, ойошмалар, йәмәғәтселәр, ирекмәндәр – барыһы ла ошо эшкә йәлеп ителгән. Беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә 128 гуманитар колонна оҙаттыҡ. Бөгөн был залда – йөк ташыуҙа тиҫтәләгән тапҡыр ҡатнашҡан һәм был еңел булмаған эште башҡарған водителдәребеҙ.

Сухов Григорий Леонидович, мәҫәлән, махсус хәрби операция биләмәһенә 94 гуманитар ылау алып барған. Ошо уҡ араны Русаков Дмитрий Николаевич – 84, Мирасов Игорь Ришатович – 82, Асеев Вячеслав Васильевич 74 тапҡыр үткән.

Һәр колонна – еңеүгә индергән өлөшөбөҙ. Һәм, әлбиттә, бик ҡатмарлы был маршруттарҙы башҡарыу – үҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ. Бөгөн барығыҙға ла ошо хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Һеҙгә терәк булып, өйҙә ышаныс һәм өмөт менән көткән ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ихлас рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ. Барығыҙға ла сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ теләйем. Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Сығанаҡ:https://glavarb.ru

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас