+20 °С
Дождь
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары социаль йүнәлешле закондар ҡабул итте. Өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙә үҫкәндәр ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Музей, ял һәм мәҙәниәт парктары, күргәҙмәләргә инеү ҙә түләүһеҙ була.
“Ошондай льготалар уҡыу йылы дауамында ғәмәлдә ҡала”, - ти парламент рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина.