Награда алыусылар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Биктимер улы ДИНӘХМӘТОВ та бар ине. Уға Генерал Шайморатов ордены тапшырылды.
– Генерал Шайморатов ордены – бик ҙур, яуаплы награда. Уны тапшырғанда бик тулҡынландым, сөнки был Хөкүмәт тарафынан бик ҙур баһа. Беҙҙең шундай бөйөк, легендар генералыбыҙҙың ордены бит ул. Был награда үҙебеҙҙең 31-се “Башҡортостан” полкы егеттәренең дөйөм, уртаҡ награда алыуы тип иҫәпләйем, сөнки беҙ теүәл бер йыл бергә хеҙмәт итәбеҙ. Советтар Союзы Геройы, генерал Таһир Кусимов исемендәге 3-сө батальондың медицина взводында һигеҙ ай санитар водитель булып хеҙмәт иттем. Күптән түгел мине медицина ротаһына күсерҙеләр. Унда яралыларҙы ҡаршы алып, уларға ярҙам күрһәтәбеҙ, – тине Радик Динәхмәтов.
#БашҡортостанҠаһармандары
"Башҡортостан " гәзите
Photo: Автор