Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль , 08:00

20 июль - Башҡорт аты көнө

Башҡорттарҙың тормошонда, көнкүрешендә йылҡы малы һәр саҡ терәк, тоғро дуҫ булған. Халыҡ ижады әҫәрҙәрендә лә аттар төп геройҙар иҫәбендә һынландырылған. Яуҙа ла ярҙамсы, көрәш тә булған аттар, "Төнъяҡ амурҙары" Наполеонға ҡаршы һуғышта, Башҡорт кавалерия дивизияһы һыбайлылары Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында данлы юл үткән.

20 июль - Башҡорт аты көнө
20 июль - Башҡорт аты көнө

Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау, уларға иғтибарҙы йүнәлтеү, йылҡысылыҡты артабан үҫтереү маҡсатында, 2021 йылдың 24 майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа йыл һайын июль айының өсөнсө шәмбеһендә Башҡорт аты көнөн уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Динә Мырҙаҡаеванан

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: