Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль , 14:17

Өфөгә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин килде

19 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин килде. Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында уны республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Өфөгә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин килде
Өфөгә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин килде

Марат Хөснуллин Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә асырға планлаштырылған бер нисә объектта буласаҡ. Ул шулай уҡ Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше һәм төбәктә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрә.

***

Аэропорттан ҡалаға юл ыңғайы Марат Хөснуллин һәм Радий Хәбиров Өфөгә көньяҡтан инеү урынында Ағиҙел йылғаһы аша 1956 йылда төҙөлгән иҫке аркалы күперҙе реконструкциялау барышы менән танышты.

Объект «Көньяҡ ҡапҡалар» проекты сиктәрендә капиталь ремонтлана. 670 метрлыҡ күперҙең аэропорттан килгәндә һул яҡлап 440 метр ҡоро ерҙәге өлөшөн реконструкциялау эштәре тамамланған. Артабан ҡоролманың 200 метрҙан ашыу урта өлөшөнә күсәләр.

Күперҙең тарихи ҡиәфәте, шул иҫәптән металл аркаһы ла, һаҡланып ҡалған. Проектты тапшырғандан һуң ҡалаға инеү һәм сығыу өсөн барлығы 12 һыҙат булдырыла, был участкалағы хәрәкәт ҡатмарлыҡтарын кәметәсәк.

«Көньяҡ ҡапҡалар» проекты инфраструктура бюджет кредиттарын йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Ағиҙел аша күперҙе яңыртыуҙан тыш, проект Пугачев, генерал Рыленко урамдарын реконструкциялауҙы һәм уларҙың киҫешеү урынында транспорт айырсаһы төҙөүҙе күҙ уңында тота. Инфраструктура бюджет кредиттары сиктәрендә шулай уҡ Көньяҡтан урау юлы проектланған һәм Төп дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алған.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Салават Каримов
Читайте нас: