Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль , 14:25

Марат Хөснуллин: Өфөләге Көрәш һарайы донъя кимәлендәге объект

19 июлдә Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайының төҙөлөш майҙансығында булды. Был 2024 йылда республика баш ҡалаһының 450 йыллығына асыласаҡ юбилей объекттарының береһе. Быйыл көҙ уның базаһында ХІІ «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы саралары ойошторола, шул иҫәптән Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет үтәсәк.

Марат Хөснуллин: Өфөләге Көрәш һарайы донъя кимәлендәге объект
Марат Хөснуллин: Өфөләге Көрәш һарайы донъя кимәлендәге объект

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры һәм Башҡортостан Башлығы төп залды һәм трибуналарҙы ҡараны, объекттың төҙөлөш барышы һәм архитектура-планлаштырыу проекттары менән танышты.

Бинаның дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Ул 3 400 тамашасыға иҫәпләнгән амфитеатрлы универсаль залды, 18 келәмгә иҫәпләнгән биш залы булған спорт көрәше мәктәбен, спортсылар өсөн ҡунаҡхананы, конференц-залды, медицина-тергеҙеү үҙәген, шулай уҡ спа-комплекс һәм бассейнды үҙ эсенә ала. Яңы спорт учреждениеһы базаһында көрәш һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк.

Көрәш һарайы залы – һыйҙырышлығы буйынса республикала, «Өфө-Арена»нан ҡала, икенсе майҙансыҡ. Шуға күрә спорт үҙәгендә мәҙәни-күмәк саралар ҙа үткәреү ҡаралған.

Подрядсы ойошма вәкиле Дмитрий Дудко төҙөлөш майҙансығында ике сменала 480-нән ашыу белгес эшләүе хаҡында һөйләне. Объекттың әҙерлеге – 83 процент. Төҙөүселәр ҡыйыҡты монтажлау, бүлеү, вентиляция һәм кондиционер системаларын ҡороу эштәрен тамамлай, эске яҡтан биҙәүгә тотона. Бина эргәһендә футбол, баскетбол, волейбол, теннис менән шөғөлләнеү өсөн универсаль спорт майҙансыҡтары, шулай уҡ ял итеү һәм йәйәүлеләр өсөн йәмәғәт биләмәһе булдырыла.

Марат Хөснуллин билдәләүенсә, Көрәш һарайы республиканың баш ҡалаһында күмәк физик культураны үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне.

– Мин һоҡланып ҡараным, бик матур проект. Был донъя кимәлендәге объект. Ул илебеҙҙә лә, донъяла ла лайыҡлы урын аласаҡ. Бик яҡшы концепция, идеология һәм дөрөҫ ҡараш. Уның торлаҡ биҫтәһендә урынлашыуы һәм был биләмәләге халыҡты үҙенә тартып тороусы үҙәк буласағына мин айырыуса шатмын, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты, уның командаһын һәм барлыҡ көрәшселәрҙе ҡотлайым. Мин үҙем көрәш менән шөғөлләндем, шуға күрә бындай проекттар барлыҡҡа килеүе бик ҡыуаныслы.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Салават Каримов
Читайте нас: