Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль , 16:43

“Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым!..”

Кеше ғүмере йәшәгән йылдары менән түгел,эшләгән эштәре, ҡалдырған эҙҙәре менән баһалы...

“Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым!..”
“Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым!..”

Мәктәптә, һуңынан университетта: “Һин ҡайһы яҡтан?” – тип һораһалар, “Мин – Ҡырмыҫҡалынан, Биш улдыҡы!” – тип һәр ваҡыт ғорур яуап бирер инем. “Ә-ә, билдәле Исхаҡов Рим Риф улы ла шул ауылдыҡы, беләм”, – тиһәләр, күңелем тағы ла нығыраҡ талпынып китә торғайны, сөнки уның уҡыусыһы булараҡ, был һүҙҙәрҙе ишетеү Исхаҡов минең өсөн ябай уҡытыусы ғына түгел, белем алыу даръяһында оло маяҡ та, ҡыҙыҡлы сәнғәт, ғәжәйеп фән донъяһы менән таныштырыусы ла, миндә оратор оҫталығын асыусы ла булды. Минең ысын шәхес булараҡ үҫешемдә, тормоштағы бар уңыштарымда остазымдың роле баһалап бөткөһөҙ.

Рим Исхаҡов Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында 1959 йылдың 21 февралендә донъяға килә. Үҫмер тыуған ауылында 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, урта белем алыу өсөн күрше Һәүәләй мәктәбенә юллана. Юғары уҡыу йортона инеү теләге егетте Өфөгә килтерә. Артабан ул белемен Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында тәрәнәйтә.
Хеҙмәт юлын Һәүәләй урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлаһа, 1992 йылдан тыуған ауылы Бишауыл-Уңғарҙа дауам итә. Бында булдыҡлы йәш уҡытыусыға башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән тыш, тарих һәм йәмғиәт белеме дәрестәрен ышанып тапшыралар. Педагог һис тә һынатмай, заман талаптарына ярашлы төрлө технологиялар ҡулланып, ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә, балалар менән журналистика һәм фольклор буйынса түңәрәктәр алып бара. Мәктәп, район, республика конкурстарында үҙе һәм уҡыусылары ла ихлас ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәшә, мәктәбебеҙҙе яңы бейеклектәргә күтәрә. Төрлө саралар уртаһында ҡайнап йәшәгән уҡытыусым ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй, һаман да элеккесә әүҙем, тырыш, ярҙамсыл. Быйыл 39-сы уҡыу йылын тамамланы остазым. Ә бит кескәй сағында бәләкәй Рим актер булырға хыялланған. Әммә Һәүәләй урта мәктәбендә уҡығанында класс етәксеһе Мәбүрә Мырҙахан ҡыҙы Ильясова уға уҡытыусы булырға кәңәш итә. Оло кешенең һүҙен йыҡмай Рим Исхаҡов.
Остазының биргән кәңәштәрен әле лә күңел түрендә һаҡлай: “Төрлө мәктәп сараларында ҡатнашырға, матур итеп һөйләү серҙәренә төшөнөргә ярҙам итте уҡытыусым. Уның кәңәшен тотоп, уҡытыусылыҡ юлынан киттем”, – ти ул.
Рим Исхаҡов өсөн уҡытыусылыҡ бик ҙур мәғәнәгә эйә: ул һөнәре менән генә түгел, ә бар булмышы менән бөйөк уҡытыусы. “Уҡытыусы – белем һәм аҡыл биреүсе, тәрбиәгә өйрәтеүсе, балаларға тормошта үҙ юлын табып, ҡурҡмайынса, ышаныслы аҙымдар менән атларға йүнәлеш күрһәтеүсе. Ул үҙенең бар белемен, һәләтен уҡыусыларына биреп, бөтә ғүмерен шул изге эшкә бағышлаусы”, – тип һоҡланып һүрәтләй үҙ һөнәрен. Был һүҙҙәрҙе уның береһенән-береһе ҡыҙыҡлы дәрестәре лә дәлилләй. Тарих дәресе йә башҡорт әҙәбиәте булһынмы – Рим Риф улы һөйләй башлау менән, һин тулыһынса уҡыу процесына инеп китәһең.
Уның телмәре гипноз һымаҡ ҡолаҡҡа ята: тауышы көр, тыңлаған һайын тыңлағы килә. Шул уҡ ваҡытта дәрестә һин тик ултырмайһың: һәр бер уҡыусыһын Рим Исхаҡов иғтибар менән тыңлай, актив әңгәмә рәүешендә һәр береһе анализ процесына инеп китә. “Әҙәбиәт йә тел дәресеме ул, тарихмы йә йәмғиәт белемеме – һәр дәрес уҡыусыға белем алыу менән бергә ҡыуаныс, кинәнес, фәнгә һөйөү килтерергә тейеш. Уҡыусы дәрестәрҙән һис кенә лә ялҡмаһын”, – тип иҫәпләй уҡытыусым. Профессионализм, ижади ҡараш, эҙ лә неүҙәр, инициатива,
аралашыу ябайлығы, эш һөйөүсәнлек, әҙәплелек, ярҙамсыллыҡ – былар барыһы ла Рим Исхаҡовҡа хас сифаттар.
Актер булыу хыялын барыбер үҙенсә тормошҡа ашыра ул. Был хаҡта уның мәктәптә, ауыл клубындағы инсценировкаларҙа уйнаған ролдәре, театр түңәрәгендә режиссер булараҡ ҡуйылған сәхнәләштереүҙәре үҙенән-үҙе әйтеп тора. Миңә лә уның драма түңәрәгенә йөрөү бәхете тейҙе. Беҙҙең һәр бер дәресебеҙ профессионалдарҙың эшмәкәрлегенә тиң ине: сценарийҙы уҡыу, шаршауҙарға бүлеү, образдар өҫтөндә эшләү, костюмдар эҙләү, ролдәр буйынса анализ – барыһы ла Рим Исхаҡовтың хәстәрлекле етәкселеге аҫтында уҙҙы. Заманында республика конкурстарында гран-приҙар алып йөрөгән билдәле “Уңғар” драма түңәрәге ағзалары инек беҙ! Шул матур, күңелле ваҡыттар өсөн остазыма мең рәхмәтлемен! Әлеге көндә
сәхнәлә матур итеп һөйләү оҫталығын да, үҙемде то та белеүемде лә тап ошо түңәрәк һәм уҡытыусымдың баһалап бөткөһөҙ дәрестәре менән бәйләйем. Унан белем алған һәр уҡыусыһы ла был һүҙҙәр менән килешер. “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма!” тигән тормош девизы менән йәшәй остазым. Һәм был һүҙҙәргә уның бер ҡасан да хыянат ит кәне юҡ. Уҡытыусымды һәйбәт белгән кешеләр уны: “Үтә яуаплы, тик тормаҫ”, – тип баһалайҙар.
Үҙенең тырыш, уңған, оҫта ҡуллы булыуын гөрләп торған бөхтә донъяһы, мул хужалығы дәлилләй. Ул бит мәктәптә уҡытып, иҫәпһеҙ-һанһыҙ отчеттар, документациялар ғына тултырып ҡалмай, төрлө кисәләргә сценарийҙар, фәнни һәм публицистик мәҡәләләр яҙа, ауыл клубы тормошонда ла ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта ихата тултырып мал ҡарай, тормош иптәше Әлфиә ханыма ла ярҙам итә. Шундай яуаплы һәм үҙенең үткән тормошо тураһында бер ваҡытта ла үкенеү һүҙҙәрен яңғыратмай Рим Исхаҡов. “Һис тә зарланырлыҡ түгел яҙмышым. Физик хеҙмәт көсөн дә, ижад эшмәкәрлеге һәләтен дә йәлләмәгән Хоҙайым. Әлегә тиклем тормош артыҡ иркәләмәне лә, бөтөнләй ҡырға ла типмәне. Юғары уңыштарға үрләүҙәр ҙә булды, ышыҡтараҡ ҡалыуҙар ҙа кисерелде. Маҡталыуҙар тәтене, тәнҡиттәре лә урап үтмәне. Әммә үҙемдең ҡуйған маҡсаттарым һәр саҡ алға әйҙәне һәм әйҙәй. Тормоштан алған тәжрибә ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа өйрәтте”, – тип яҙмышына рәхмәтле булыуын белдерә ул.
Үҙ ғүмеремдә төрлө кешеләр менән аралашырға, бергә эшләргә, бәйләнеш тоторға тура килде, әммә Рим Исхаҡов кеүек үҙ һөнәрен тулыһынса йөрәге менән яратҡан, бар күңелен
биреп эшләгәндәр бик аҙ. “Үҙ эшеңде яратып, күңел биреп башҡарһаң, уның ауырлығы һиҙелмәй”, – тип әй тергә ярата уҡытыусым. Уның һөҙөмтәле эшмәкәрлеге хаҡында төрлө наградалары, маҡтаулы исемдәре, грамоталары, уҡыусыларының уңыштары һөйләп тора. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар һәм Яҙыу сылар союзы ағзаһы булып то роуы ла Рим Риф улының төрлө яҡтан та лантлы булыуын иҫбатлай. Бишауыл-Уңғар мәктәбе, шулай уҡ ауылдаштары, һис шикһеҙ, уҡы тыусыһынан уңды. Нисә быуын балаларын үҙ ҡанаты аҫтында ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырҙы остазым!
Уның биргән белемдәрен бөгөнгәсә һәр береһе ҡуллана, уға рәхмәттәрен белдерә. Хөрмәтле уҡытыусыма киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эштәрендә яңынан-яңы үрҙәр
яулауын теләйем.
Ф.Ә. САБИРОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Бишауыл-Уңғар ауылы.

 

Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас: