Яхъя ауылында тыуып үҫкән, ошонда ғүмер буйы көн иткән Юридә апай Ғибәҙуллина ауылы, тау, йылғалары тураһында матур тарих һөйләне.
Рәсәй империяһы фотографы, химик, Дмитрий Иванович Менделеевтың уҡыусыһы, уйлап табыусы, нәшриәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Император Рус географик йәмғиәте ағзаһы, Император Рус техник һәм Рус фотография йәмғиәттәре ағзаһы
Прокудин-Горский Сергей Михайловичтың Яхъя ауылында төшөргән төҫлө фото эштәре тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе.
Әйткәндәй, Сергей Михайлович Рәсәйҙә төҫлө фотография пионеры, «Рәсәй империяһының күренекле урындары коллекцияһы»н ойоштороусы,
фотография һәм кинематография үҫешенә тос өлөш индергән шәхес. Ерем, телем тип янған, Салауат рухлы Юридә Ҡарам ҡыҙына барыбыҙ ҙа һоҡландыҡ, - ти улар. - Ул матур итеп халыҡ йырҙарын башҡара, шиғырҙар яҙа, ейән-ейәнсәрҙәренә яҡшы тәрбиә бирә.
Ә теле уның ниндәй бай, беҙҙең яҡтағыса тәмде итеп һөйҙәшә! Тыуған еренең үҙе лә бер хазинаһы бит ул.
Команда исеменән сюжет төшөрөүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Сәйфетдинова Ализа Атлир ҡыҙына, Ишмөхәмәтова Розалия Рафиҡ ҡыҙына, Ғибәҙуллина Юридә Ҡарам ҡыҙы һәм уның ғаиләһенә ҙур рәхмәттәрен еткерә улар.
#Рли
#ТимерЙосоп
#МәктәпТелестудияһы
#ЙәйгеКаникул2024
#Тамыр
#ТауТауХәбәр
#Хазина
#СалауатТөйәге
#ЯхъяТарихы