Егеттәр бер минут ваҡытты ла сарыф итмәй, мәҙәниәт министрының ҡултамғаһын ҡуйҙырып: «Д. районы Ҡаҙанлы урта мәктәбе рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Дәүләтшин Йософ Сәлим улын Өфө сәнғәт институты эргәһендәге һәләтле балаларҙы уҡытыу музыка мәктәбенә дөйөм белем биреү һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһына күсерергә», – тип яҙылған хатты алып сыҡтылар. Самат Йософҡа йылмайып: «Әйҙә, егет, ос үҙеңдең районыңа. Бөгөндән ҡайтып, хеҙмәт кенәгәң менән иртәгә минең кабинетҡа килеп етерһең». Иртәгә БИУУ-ға барып килерһең. Унда йәшәп торорға урының буласаҡ. Бер ай эсендә торлаҡ мәсьәләһен дә хәл итербеҙ», – тине.
Йософ шул уҡ көндө районға ҡайтып, ғаиләһе янында ҡунып, иртән хеҙмәт кенәгәһен алып Өфөгә китте. Йәшәү урыны кәрәк булғанлыҡтан, иң беренсе Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында йүнәлтмә буйынса йәшәп тороу өсөн бүлмә алды. Курсҡа килгән уҡытыусылар янына килгән егермегә яҡын ҡатын-ҡыҙ араһында бер үҙе булып сыҡты. Йософҡа БИУУ менән сәнғәт институты араһынан көнөнә өс-дүрт тапҡыр йүгереп үтергә тура килде. Музыка мәктәбендәге дәрестәр теҙмәһен кистәрен ултырып тәртипкә һалды, предметниктар менән айырым һөйләшеп, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, төҙәтмәләр индерҙе.
Курстағы эштәр ҙә көйләнде. Йософ бер үҙе иң алғы партала ултырып, дәрестәрҙәге әүҙемлеге менән уҡытыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рауил Алексеевич менән тәнәфес һайын саф һауала сығып аралаша торғас, Йософ үҙенең нисек Өфөгә килеп сығыуын, нисек эшкә урынлашыуын, үҙенең дүрт бала атаһы булыуын, ҡатынының ауырыу әсәһен бергә йәшәргә алып килеүен, ҙур ғаиләне ҡарау өсөн математиканан бик күп дәрестәр уҡытыуын, һәр көн биш йөҙ метр ара үтеп өс-дүрт көйәнтә Димдән һыу ташыуы, мал-тыуар, баҡса эштәре менән таңдан кискә тиклем булышҡан һөйөклө ҡатынын йәлләп һөйләүен тыңлап торған уҡытыусы ҡапыл: «Беләһеңме, ҡустым, бөгөн сәғәт өстә яңы ғына тәғәйенләнгән мәғариф министры Сәғирә Ғайзулловна менән осрашыу була. Ул башланғыс синыфтар буйынса күңеленә ятҡан инспектор таба алмай. Баланың урта мәктәпте уңышлы тамамлауы, артабанғы белем алыу мөмкинлеге башланғыс синыфта һалына. Республика кимәлендә башланғыс синыфта белем алыуҙы оптималләштереүҙә мәктәптәр инспекторының да роле ҙур икәнен аңлай министр. Һин уға оҡшарһың, тип уйлайым. Мөмкинлек булһа, Сәғирә Ғайзулловнанан ниндәй эшкә ниндәй һәләтең барын да йәшермә. Ул бик иғтибарлы, тәжрибәле, ғилемле, обком аппаратынан ҡуйылған етәксе.
Министр вәғәҙә иткән ваҡытҡа килеп етте. Уҡытыусылар өҫтәлгә ултыртып ҡуйған ҙур, матур гөлләмәне үҙен ҡапламаһын өсөн ситкәрәк шыуҙырҙы ла: «Хөрмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!» – тип ҡарашын залға йүнәлтте. Ул кем ниндәй ҡаланан, райондан килеүе, улар йәшәгән төбәктәрҙә эшләү, йәшәү шарттары тураһында һорашты. «Бөтә илебеҙ буйынса барған мәктәп реформаһы ла шуға бәйләнгән», – тине Сәғирә Ғайзулловна. Реформаның төп йүнәлештәре, бурыстары тураһында мауыҡтырғыс һөйләүен тыңлай торғас, сәғәттән артыҡ ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Осрашыу тамамланды. Бөтә уҡытыусылар һаубуллашып кластан сыҡҡас, алғы партала Йософ ҡына тороп ҡалды. Ни арала Рауил Алексеевич министр менән һөйләшеп өлгөргән. Сәғирә Ғайзулловна йылмайып: «Йософ Сәлимович, һеҙҙең мәсьәләне бөгөн үк хәл итербеҙ. Мәҙәниәт министрлығына хат яҙабыҙ ҙа һеҙҙе Мәғариф министрлығына мәктәптәр инспекторы вазифаһына күсерәбеҙ. Эш күп, һуҙылып торорға ваҡыт юҡ. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Зөлфирә Камил ҡыҙы, мәктәп реформаһына ярашлы, башланғыс синыфты дүрт йыллыҡҡа әйләндереү, балаларҙы алты йәштән ҡабул итеү һәм тейешенсә шарттар булдырыу тураһында Республика педиатрҙар семинар-кәңәшмәһен үткәрәсәк. Республика балалар дауаханаһы табиптары алдында Мәғариф министрлығынан бер сәғәтлек доклад әҙерләргә кәрәк буласаҡ. Был бурысты һеҙгә йөкмәтәм, иптәш инспектор. Бөгөн үк кадрҙар бүлегендә һеҙҙе үҙебеҙгә күсереү тураһында Мәҙәниәт министрлығына хат әҙерләрҙәр», - тине.
Эш көнө аҙағында Йософ Мәғариф министрлығының мәктәптәр бүлеге кабинетында бишенсе инспектор булып айырым өҫтәл артында ултыра ине. Яңы министр ярайһы ғына кадрҙарҙы йәштәр менән алмаштырҙы. Һуңғы йылдарҙа онотолған торлаҡ мәсьәләһен күтәрҙе, фатирһыҙҙар фатирлы булды. Күп балалы ғаиләле инспекторҙар өс-дүрт бүлмәле фатирға сиратҡа баҫты. Инспекторҙарҙың эш системаһы үҙгәртелде. Район-ҡала мәғариф бүлектәренән әҙер мәғлүмәт алып, командировкала ҡунаҡ булып ҡына йөрөү урынына, фронталь һәм конкрет йүнәлешле тикшереү һәм ярҙам күрһәтеү ысулдары ҡулланыла башланы. Һәр инспекторға ике-өс ҡала-район мәғариф бүлектәре беркетелеп, кураторлыҡ бурыстары йөкмәтелде. Йософҡа бер ҡала, ике район кураторлығы бирелде. Яңы министр район-ҡалаларҙан килгән ялыуҙар буйынса тикшереүҙе хат авторҙары йәшәгән төбәккә кире йүнәлтмәй, министрлыҡтан барып тикшереүҙе өҫтөнөрәк һәм сифатлыраҡ күрҙе.
Ике йыл эсендә Йософ республиканың күп кенә район-ҡалаларында булды. Фронталь һәм маҡсатлы тикшереүҙәр, айырым һәм коллектив ялыуҙар буйынса командировкалар, семинар-кәңәшмәләр, кураторлыҡ иткән район-ҡала мәғариф бүлектәренә төрлө мәсьәләләр буйынса йөрөргә тура килде. Һәр командировка төбәгенә ниндәй ҙә булһа бер файҙалы эш эшләү, министрлыҡҡа яңы мәғлүмәт алып ҡайтыу маҡсаты ҡуйыла ине. Бигерәк тә кире күренештәр иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Мәҫәлән, Б. районы тулы булмаған белем биреү мәктәбе ихатаһында директоры ашхана аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары менән сусҡалар һимертеүе, уҡыу йортоноң һыуытҡыстарын, телевизорҙарын үҙләштереүе тураһында ялыу килгәс тә, министр Йософ Сәлим улына командировкаға барырға ҡушты. Йософ мәғариф бүлеге етәксеһен алып килеп, тиҙ генә ялыуҙа яҙылған факттарҙы асыҡланы. Мәктәп директоры сусҡаларҙы итселәргә тапшырғас, урындарын таҙартырға вәғәҙә бирҙе. Ауыл советы бухгалтеры менән мәктәп мөлкәте тикшерелгәс, иҫәптә торған телевизор, ике һыуытҡыс, бензин менән эшләүсе бысҡы һәм башҡа йыһазды урынына килтереп ҡуйырға ҡушылды. «Дәүләт мөлкәтен кире ҡайтарһа, ялыу яҙған ҡатынды эҙәрлекләү, кәмһетеүҙән туҡтаһа, министрлыҡҡа еткереп тормайым. Әгәр ҙә был эштәр ҡағыҙға теркәлеп тейешле органдарға еткерелһә, нимә булаһын беләһегеҙ, иптәш директор», - тине тыныс ҡына Йософ Сәлим улы.
Икенсе көн эшкә барыу менән министр үҙенә саҡырып ялыу буйынса тикшереү һөҙөмтәләрен һорашты:
- Мәктәп мөлкәтен ҡайтара алыуығыҙға афарин! Обкомда Мөхтәр Мөхәмәҙи улына нимә тип яуап бирерһегеҙ? Ул һеҙҙең ҡылған эштәрегеҙгә хайран ҡалған, нисек ҡыйыулығы еткән, ти, һеҙҙе кабинетына саҡырҙы.
***
Партия өлкә комитетында Мөхтәр Мөхәмәҙиевич йылмайып ҡаршы алды: «Һин ни эшләп бөтә Б. районы етәкселәрен борсоуға һалдың? Бурҙы тотоп фашлау, урланған әйберҙәрҙе килтереү һеҙҙең вазифаға инәме? Бына беҙ олоғаябыҙ, һеҙҙе тәжрибә туплап, эшкә өйрәнеп, беҙгә алмашсылар үҫә, тип өмөт итәбеҙ. Хеҙмәт бурыстарын үтәүҙә сама белмәһәң, закон боҙоу юлына баҫыуың бар. Бына шуны әйтергә саҡырҙым. Ҡабат кеше ҡурҡытып йөрөмә», – тип көлөп ҡалды Мөхтәр Мөхәмәҙиевич.
Йософ министрлыҡҡа йүгерә-атлай ҡайтып беренсе ҡатта урынлашҡан Сауҙа министрлығы ишеген шаҡыны, үҙен эҙләүсе Зоя Яковлевнаны саҡырҙы. Йософтан буйға оҙонораҡ һылыу коридорға сығып, «Мәғариф министрлығы бөтөрөлә, минторгты ла икенсе урынға күсереүҙәре мөмкин. Шул турала кисә беҙҙең министр һөйләп торҙо. Эшһеҙ ҡалмаҫ өсөн һиңә алданыраҡ хәбәр итергә булдым, – тине ул. - Был бина ауыл хужалығы министрлығына һәм башҡа ниндәйҙер ойошмаларға бирелә. Эш урыны таба алаһығыҙмы, ярҙам кәрәкме?» – тине, йәлләгән тауыш менән.
– Рәхмәт хәстәрегеҙ өсөн! Эш таба алмаһам, әлбиттә, һеҙгә өндәшермен, – тип Йософ төҙөлөш бүлегенә йүнәлде. Ул егеттәрҙән: «Баш ҡалаға яҡыныраҡ берәй район үҙәгендә быйылға фатир төҙөү ҡаралмағанмы?» – тип һораны. «Иң яҡын Б. районы үҙәгендә ике фатирлы йорт ҡаралған», – тине егеттәр. Йософ Б. районы мәғариф бүлеге мөдире Граф Вәрис улына шылтыратты.
– Граф Вәрисович, Йософ Дәүләтшин шылтырата. Һаумыһығыҙ! Һеҙҙең районда беренсе мәктәп өсөн ике фатирлы йорт төҙөү ҡаралған. Әллә мине күсереп алып, икебеҙ өсөн фатирҙар төҙөргә ҡушаһығыҙмы? Баш ҡаланан да бик йыраҡ түгел.
Граф Вәрисович ҡысҡырып көлдө лә: «Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ. Мин күптән директор вазифаһын башҡарырлыҡ кеше эҙләй инем. Иртәгә үк килегеҙ. Һеҙҙең турала элекке мәғариф бүлеге мөдире маҡтап һөйләй ине, Роза Йосоповна менән мәктәп етәкселәренең белемен үҫтереү курстарында бергә уҡығанһығыҙ икән», –– тине.
* * *
Иртәнге электричка менән Йософ Б. станцияһына килеп төштө. Беренсе мәктәпте лә тиҙ тапты. Барыуына Граф Вәрисович коллективҡа яңы директор һайлап ҡуйыу тураһында хәбәр итеп өлгөргәйне. Уҡытыусылар бик яғымлы ҡаршы алды. Бер ҙур ғына класҡа инеп ултырып, танышып, оҙаҡҡа һуҙмай, уны бер тауыштан һайлап та ҡуйҙылар. Йософ Сәлимович ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Вәсимә Исхаҡ ҡыҙы менән кабинеттарҙы, өс ҡаттың да төҫһөҙләнгән стеналарын, үрмәксе ауҙары ҡаплаған, туҙған, ҡайһы бер урындарында яланғасланған электр сымдарын, сатнаған плафондарҙы күреп, коллектив менән хужалыҡ мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшергә кәрәклеген белдерҙе: «Ниндәй һорауҙарығыҙ, тәҡдимдәрегеҙ булыр?» – тине.
Уҡытыусылар бер тауыштан: «Мәктәптә йылылыҡ етмәй. Йылытыу мейестәрен кемдәр генә ремонтлап ҡараманы, мейестәр тартмай, бөтә мәктәпкә төтөн тарала. Хәҙер нисә йыл өшөп-туңып ултырабыҙ?!» - тине.
– Әйҙәгеҙ, котельныйҙа мейестәрҙе ҡарайыҡ, – тип тәҡдим итте Йософ. Ҡаҙанлыҡҡа барғас иһә: – Йылылыҡ буласаҡ, күрәһегеҙме, ҡаҙанлыҡ өҫтөнә кирбесте терәтеп һалғандар... Котельныйҙың мәктәп аҫтында урынлашыуы оҡшаны: бинанан ситтә ултырған ҡаҙанлыҡтан килгән торбалар күпмелер йылылыҡты юғалта. Бөгөн Өфөнән бында күсеү мәшәҡәттәрен тамамлағас, бергәләп эшкә тотонорбоҙ. Ҡыҙыл балсыҡ, аҡбур иҙеп ҡуйығыҙ, мейесте һүтеп, кирбестәрен ҡырып таҙартып, эш кейемендә иртәгә иртән мине көтөгөҙ. Өрҙөрөү насосы яңы күренә, уға теймәгеҙ, – тине.
- Ә мейесте кем сығара? – тип һораны ҡатын-ҡыҙҙар.
– Һайлап ҡуйғас, үҙемә эшләргә инде, – тине Йософ йылмайып. – Ярай, эштең һөҙөмтәһен иртәгә күрербеҙ.
Шулай итеп, төҙөлөш башланды. Егеттәр дәррәү эшкә тотондо. Уларға уңайлыҡ өсөн ваҡытлыса файҙаланыуға вагон ҡуйҙылар.
* * *
Иртәнге сәғәт һигеҙҙә Йософ Б. ауылы мәғариф бүлеге алдында килеп туҡтаны. Роно хеҙмәткәрҙәренең килеп етеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алды. «Шәрипов» тип яҙылған ишекте шаҡып, эскә үтеп: «Мөмкинме?» – тине.
– Ә, Дәүләтшинмы? Рәхим итегеҙ! – тине олпат кәүҙәле, көләс йөҙлө Шәрипов. – Һеҙҙең йомоштарығыҙ буйынса Вәсимә Исхаҡ ҡыҙы ла шылтыратты. Фатирға техник шарттар төҙөлгән, Туймазынан барып алырға ғына кәрәк. Беҙ үҙебеҙҙең ер участкаларын яҡшы беләбеҙ. Фатирығыҙҙы ҡурҡмайынса төҙөүҙе дауам итегеҙ.
Шарипов телефон һандарын йыйып: «Аптикәев, инегеҙ әле», – тине.
Көттөрмәй генә Аптикәев тигәндәре килеп тә инде. Уның артынса райкомдың өсөнсө секретары Кәримә Нурый ҡыҙы күренде. Шарипов һүҙ башлап: «Таныш булығыҙ! Яңы ғына килгән директор, ул бик ҙур эштәр башҡарып йөрөй. Әйҙә, Аптикәев, һин башлаһаң, бөтәһе лә аңлар», - тине. «Мин мәктәп ихатаһынан консерва заводына сыға торған юл аша ер аҫты коммуникацияларын ҡарап сыҡтым. Урам буйлап үткән һыу торбаларының һәм кабелдәрҙең аҫтынан торба һуҙа алабыҙ. Бөтә кәрәкле материал Туймазы проектлаусыларында бар. Беҙгә килеп киткән Зоя менән был турала һөйләштем. Әгәр ҙә хужабыҙ риза булмаһа, Кәримә Нуриевна, һеҙгә беренсе секретарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Үҙәк йылытыу системаһын һуҙырға райсовет рәйесе риза түгел.
Кәримә Нуриевна һүҙгә ҡушылды:
– Беренсе һанлы мәктәп коллективы бөтә йылытыу системаһын эшләтеп ебәрәсәк. Мәктәп директоры Йософ Сәлимович гарантия биргән. Шулай түгелме, иптәш директор?
– Шулай, әлбиттә. Бөгөн ҡаҙанлыҡ эшләйәсәк, ләкин ул ташкүмер менән эшләй: көлө оса, шлагы ҡойола. Күмер ташыу мәшәҡәтен тыуҙыра. Күмере сифатһыҙ булһа, насар яна, насар йылыта. Һүҙ бында үҙәк йылытыу системаһына күсеү тураһында бара. Бөгөнгә тиклем мәктәптең ҡаҙанлығы йылыта алмай ине, бөгөн эшләп китәсәк, киләһе уҡыу йылынан үҙәк йылытыу системаһына тоташабыҙ.
Аптикәев ҡеүәтләне: «Әлбиттә! Беҙ эшләргә көсө, аҡылы еткән директорға ярҙам итәсәкбеҙ. Әгәр консерва заводы директорына көнөбөҙ ҡалһа, уның йәшәү өсөн бик мөһим йомошо барын беләбеҙ. Ҡайҙа барһын? Ризалашыр...
* * *
Йософ «Москвич» менән асыҡ торған ҡапҡанан мәктәп алдына килеп туҡтаны ла, йүгереп котельныйға төшөп китте. Яңы костюм, аҡ күлдәк, галстугын эш кейеменә алмаштырып эшкә тотонғанда, Вәкил Заманович юҡ ине һәм мәктәпкә бөтөнләй килмәҫ булды. Яңы директор ҡаҙанлыҡ эргәһенә менеп, кирбестәрҙе теҙә башланы. Коллегаларына ҡарап: «Күрәһегеҙме, мин күпме бушлыҡ ҡалдырам. Икмәк бешерә торған ауыл мейесе кеүек, ҡаҙанлыҡ мейестең көймәһен хәтерләтә. Ошо көймә ут-ялҡын эсендә ҡала, иркенләп, ҡаҙанлыҡты уратып ут, төтөн хәрәкәт итәсәк. Шул ваҡытта күккә олғашҡан мөрйә геүләтеп тартып, яныуҙы көсәйтә», – тип һөйләнә-һөйләнә эшләй торғас, котелды ҡаплатып бөтөүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уның һәр бер хәрәкәтен ҡарап торған хеҙмәттәштәренә: «Бына был обмуровка тип атала. Кирбестең дөрөҫ һалынмауы арҡаһында нисәмә йылдар яфаланғанһығыҙ. Мөйөштәге өҫтәл өҫтөндә ятҡан ҡағыҙҙарҙы мейескә һалып ут төртөп ҡарағыҙ әле. Нисек яныр икән?» – тине Йософ. Иҫке ҡағыҙҙар «һә» тигәнсе янып бөттө. «Хәҙер ҡоро утын һалып, күп кенә ташкүмер яғабыҙ». Ташкүмергә ут ҡапҡас, мейес ялҡын менән тулды, ал яҡҡа төтөн сыҡмағас, штаттағы элекке мейес яғыусы Таһир «Ур-ра» ҡысҡырҙы. Насосты ебәргәс, мейестең ялҡыны тағы көсәйҙе. Уҡытыусылар иһә көн буйы эшләгән эш һөҙөмтәһенә шатланып, ҡайтып китте.
Йософ хужалыҡ, төҙөлөш эштәре менән бергә уҡытыу-тәрбиә эштәрен, контроль һәм бөтә системаны аңларға тырышты. Көн дә кәмендә бер дәрестә булып, программаларҙың үтәлешен, белем биреү сифатын, балаларҙың белем кимәлен тикшерҙе. Яңы етәксенең башланғыс синыфтарға борсолорлоҡ бер һорауы ла булманы. Рус теле һәм әҙәбиәте, математика уҡытыусыларының да эшендә етешһеҙлек күренмәне. Ләкин ҡайһы бер уҡытыусыларға программа үтәлешендәге етешһеҙлектәрҙе әйтеү, ғәрләнеп иларлыҡ хәлгә килтереүе генә йәш директорҙы аптыратты. Мәҫәлән, ун йыл эш тәжрибәһе булған уҡытыусы Мәғүзә Мәсғүтовна физиканан практик-лаборатор эштәрен журналға яҙмаған, йыл буйына барған дәрес пландарында ла юҡ, тимәк, программаның практик өлөшө үтәлмәй, тигән һүҙ. Был уҡытыусынан шул етешһеҙлектәрен бөтөрөүен һораған өсөн ул илай башланы.
- Йософ Сәлимович, һеҙ ҡаты бәғерле кеше, – тине уҡытыусы. Йәш директор илаған ҡатынды йәлләп: «Ғәфү итегеҙ! Мин һеҙҙең илаҡ икәнегеҙҙе белмәнем бит, дәресегеҙгә килмәгән булыр инем», – тип сығып китте.
Класс етәкселәре юғары синыфтарҙа «Ысын дуҫлыҡ», «Тоғролоҡ», «Сафлыҡ», «Ҡатын-ҡыҙ бәхете», «Төҙөк ғаилә», «Дөрөҫ йәшәү» өлгөләре темаларына даими рәүештә әңгәмәләр үткәрҙе. Йософ Сәлимович кластан тыш эштәр, түңәрәктәр, спорт уйындары, хәйриә саралары, ауыл хужалығында уңыш йыйыуҙа ҡатнашыуҙы, мәктәптә үҙидара һәм башҡа йәмәғәт эштәрен тәртипкә һалды, баланың буш ваҡытты дөрөҫ үткәреүе класс етәкселәренең тәрбиә эше пландарында мөмкин тиклем булыуын талап итте йәш директор.
Йософ РТП директоры янына ла инеп сыҡты. Уға йылылыҡ трассаһы буйынса Туймазынан алып ҡайтҡан документтарҙы бирергә кәрәк ине. Нәжип Мирза улы яғымлы тауыш менән: «Йософ Сәлимович, экскаватор бушағас, үҙ ваҡытыбыҙ менән эште башларбыҙ, торбалар етерлек, торба аҫтына һала торған лотоктар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр бар, йылылыҡ трассаһын һуҙыу һәм тоташтырыуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ», – тип тынысландырҙы.
***
Йософ фатирына күсенгәс, ҡатынын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Уға йәшәгән урынын, уның да эшләйәсәк мәктәбен күрһәтеп, Б. ауылының матур урындары менән таныштырырға теләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Мәҙинәһе килеп етәсәген хәбәр итте. Өй артында машина ишеге ябылғанын ишетеү менән тышҡа сығып, ҡапҡа яғына йүгерҙе. Уртансы улы Робертты етәкләгән Мәҙинәне күреп, ҡаршыһына атланы. Ҡатынын ҡосаҡлап үбеп, малайын күтәреп алды. Ләкин Мәҙинәнең кәйефе юҡ ине: «Мин һине алып ҡайтырға килдем. Роноға барып ғариза яҙып, хеҙмәт кенәгәһен алаһың да, ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ. Балалар һағына, һине телдән дә төшөрмәй, тураһын әйтәм, миңә бында оҡшамай...» - тине.
– Йәнекәйем, мин һине аңлайым. Үҙем дә һағынам, ләкин эшләнеп бөтмәгән эштәрем бар. Үҙәк йылытыу системаһына тоташтырыу өсөн бөтә документтар, кәрәкле материал, техника, эшселәр әҙер. Был мөһим эш менән техника ремонтлау предприятиеһы шөғөлләнәсәк. Ләкин райсовет рәйесе рөхсәт бирмәй, бөтә эште тотҡарлай. Эште рөхсәтһеҙ башлау законды боҙоу була. Электриктарҙың эшен тамамлау өсөн люстралар, тағы ҡайһы бер әйберҙәр Өфөнән алып ҡайтырға кәрәк. Ҡайтып китеүемдең сәбәбен аңлатыу өсөн райком, райсовет, роно етәкселәрен күреп, ни өсөн бында килеп сығыуымдың һәм ни өсөн эштән китеүемде һөйләп бирергә тейешмен. Миңә булған ышаныстары, ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтеп, үҙебеҙҙең мәктәпкә перевод менән ҡайтып төшәсәкмен. Әйҙә, ашарға әҙер, – тип Йософ ҡунаҡтарын фатирына әйҙәне.
– Ҡайтырға йыраҡ ҡына, юл да шәптән түгел. Өйҙәге балалар өсөн борсолам... Тиҙерәк ҡайтырға тырыш, сығыр алдынан хәбәр ит. Мунса яғып, һый әҙерләп торорбоҙ, беҙ һине көн дә көтәсәкбеҙ, шулаймы, Роберт улым?
Роберт: «Атай, әйҙә ҡайтабыҙ», – тип илап ебәрҙе. Биш йәше лә тулмаған улын күтәреп үбеп, машина янына илтеп, ҡәҙерлеләрен оҙатып ҡалды Йософ Сәлимович.
- Былай булғас, ҡайтып китеүҙе тиҙләтеү өсөн бөтә эшләнеп бөтмәгән эштәрҙе Вәсилә Исхаҡовнаға яҙып ҡалдырырға тура килә, – тип уйланы. Уның аҡылы, тәжрибәһе, авторитеты етерлек. Директор вазифаһын башҡарыусы сифатында ҡуйып тороуҙы һәм төҙөлөп ятҡан фатирҙың бер яғын уларға биреүҙе етәкселәрҙән үтенергә булды. Сөнки уларҙың йорто насар ғына икәненә иғтибар иткәйне.
Беренсе урта мәктәптә хеҙмәт шарттары яҡшырғас, етәксе урынына кеше тиҙ табылыр. Эшләнеп бөтмәгән эштәрҙең нескәлектәрен Вәсилә Исхаҡовнаның ғына белеүен Йософ аңлай ине. Ул шәмбе көндө Вәсилә Исхаҡовнаны дәрестәрҙән һуң кабинетына саҡырҙы. Үҙенең уй-ниәтен асып һалды. Татыу, эшһөйәр, талантлы, яратып өлгөргән уҡытыусыларҙы ҡалдырып китеүҙе ауыр кисереүе тураһында әйтте. Уларҙың бөтә эштәрҙе башҡарып сығыуҙа ярҙам итеүҙәре өсөн ҙур-ҙур рәхмәттәрен еткерергә ҡушты.
Йософ дүшәмбе иртән роноға килде. Мәғариф бүлеге мөдире Граф Вәрисович менән Шарипов бергә бер кабинеттан килеп сыҡтылар. Йософ икеһе менән дә күреште лә Граф Вәрисович артынан эйәрҙе. Шарипов уның кабинетына ла инеп сығырға ҡушты. Граф Вәрисович кабинетына инеү менән: «Мин барыһын да беләм, кешене көсләп тотоп булмай, һине алда ниндәй уңыштар, үҫеш көтә ине бит!» – тине.
Йософ хеҙмәт кенәгәһен алып, Шәрипов кабинетына инде.
– Әйҙүк, иптәш Дәүләтшин, – уныһы ҡул биреп күреште лә, һүҙен дауам итте. - Мин һеҙҙе аңламайым. Нимә һораһағыҙ, шуны бирәбеҙ, хатта айырым үҙегеҙгә генә йорт та һалып бирергә әҙербеҙ. Ни өсөн кәңәшләшеп тормай китергә булдығыҙ? Һеҙҙең кеүек кадрҙарҙы махсус уҡытып, әҙерләп булмай, шундай һәләт менән тыуырға кәрәк. Һеҙгә нимә оҡшамай?
– Миңә бөтәһе лә оҡшай. Эшләргә тырышҡан кешене күреүсе, күтәреүсе, ярҙам итеүсе, эшһөйәрҙе хөрмәт итеүсе, тейешле баһа биреүсе етәкселәре булған райондар бик һирәк. Ике йыл республика буйлап тикшереп йөрөгән мәктәптәр инспекторы тәжрибәһенән сығып әйтәм. Һеҙгә бөтәһе өсөн рәхмәт! Ярҙамығыҙҙан башҡа бер эш тә сығара алмаҫ инем. Һеҙҙең район етәкселәренең төп сифаты – ғәҙеллек. Бында эш белмәгәндәргә, йүнһеҙ етәкселәргә урын юҡ.
- Донъяға килгәнбеҙ икән, беҙҙән изге эштәр, матур эҙҙәр ҡалырға тейеш. Беренсе мәктәптең уҡыусылары, уҡытыусылары, ата-әсәләре яҡты, йылы мәктәпкә өйрәнеп бөтөп, әлбиттә, мине тиҙ оноторҙар. Тик минең өсөн был мөһим түгел. Изге эштәргә юл биргән, ярҙам иткән, халыҡ өсөн файҙа эшләргә ҡамасауламаған аңлы етәкселәрҙең булыуы, киләсәктә лә, мәктәп кенә түгел, башҡа өлкәлә лә изгелек эшләргә, бәхетле йәшәргә мөмкинлек буласағына өмөт мөһим. Бигерәк тә һеҙгә шуны әйткем килә: һеҙҙең районда, өр-яңы мөхиттә бер уҡыу йылы эшләүем миңә бер бәхетле һынау ғына булды.
Хисләнеп һөйләгән Йософтоң күҙҙәренә төбәлеп, иғтибар менән тыңлап ултырған Рифат Ринатович: «Эх, егеттәр», - тип көрһөндө.
- Һеҙгә әйтергә теләмәгән һүҙҙәрҙе әйтмәй булдыра алмайым, Кисә һеҙҙең райондан, ике ай элек кенә тәғәйенләнгән райкомдың беренсе секретары Барис Хафизович Йосопов шылтыратты: «Ҡаҙанлы урта мәктәбенең ике өлкән генә уҡытыусыһы һәм ата-әсәләрҙән вәкилдәр Йософ Сәлимович Дәүләтшинды кире Ҡаҙанлы мәктәбенә саҡырып ҡайтарыуҙы һорап килгәндәр. Бынан тыш, Йософ Сәлимовичтың мәктәп төҙөүҙәге етешһеҙлектәр тураһында яҙған ғаризаһының дөрөҫлөгө раҫланды. Мәктәптең спортзалы емерелеп, ул спортзалһыҙ ҡалды. Мин үҙем, район етәксеһе булараҡ, Мәғариф министрлығына был ғәҙәттән тыш хәлде тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иттем. Министр тикшереүҙе министрлыҡтың төҙөлөш бүлегенә йөкмәтеүен белдерҙе», - тип әсенеп һөйләне һеҙҙең район етәксегеҙ.
Рифат Ринатович урынынан тороп Йософ янына килеп баҫты ла ҡулын егеттең яурынына ҡуйып, һүҙен дауам итте:
- Бына тағы бер яңылыҡ. Беҙҙең беренсе секретарҙы Ауыл хужалығы министрлығына күсерәләр. Уның урынына мине тәҡдим иткәндәр. Ә мин үҙемдең урынға һеҙҙән дә һәләтлерәк, эшлеклерәк кешене күрмәйем. Тағы бер тәҡдимем бар. Әгәр үҙегеҙ төҙөткән ике фатирлы йорт оҡшамаһа, үҙегеҙгә айырым яңы йорт һалдырабыҙ! Эш хаҡығыҙ ҙа ике тапҡырға ҙурыраҡ буласаҡ бит инде. Ошо минутта һеҙ йә ябай уҡытыусы булып, ҡайтып китеүегеҙҙе һайлайһығыҙ, йә райсовет рәйесе урынбаҫары булып беҙҙә ҡалаһығыҙ.
- Тәҡдимегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рифат Ринатович! Бында уйлап тораһы юҡ. Мин тыуған ауылымды һайлайым, - тине Йософ башын эйеп.
А.С. ИСМӘҒИЛЕВ,
Дәүләкән районы,
Ҡаҙанғол ауылы.