Новости
3 Августа 2024, 15:20

Башҡортостанда 2024 йылдың 31 авгусына тиклем «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы үтә

 Башҡортостанда 2024 йылдың 31 авгусына тиклем «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы үтеүе хаҡында алдан яҙғайныҡ инде.Ул күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостанда 2024 йылдың 31 авгусына тиклем «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы үтәБашҡортостанда 2024 йылдың 31 авгусына тиклем «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы үтә
Башҡортостанда 2024 йылдың 31 авгусына тиклем «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы үтә

Нимә килтерергә мөмкин:

— канцелярия тауарҙары;
— дәреслектәр һәм нәфис әҙәбиәт;
— мәктәп формаһы һәм аяҡ кейеме;
— спорт формаһы;
— портфелдәр.

Канцелярия тауарҙары - яңы, портфелдәр, кейем-һалым һәм китаптар яңы йәки яҡшы торошта булырға тейеш.

Мәктәп кәрәк-ярағын «Ғаилә» үҙәктәрендә йыялар. Уларҙың бәйләнеш телефондары һәм адрестары – ошонда: vk.cc/chDhBD.

📞 «Ғаилә» үҙәктәренең берҙәм телефонына шылтыратып, ентеклерәк мәғлүмәт белешергә мөмкин: 8-800-347-5000

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас