








🦋 Унында ҡырмыҫҡалар ояһын ҙурайта башлағанын тап итһәгеҙ, тимәк, ҡыш иртә һәм һыуыҡ килер.
🦋 11 августа өлгөргән һоло икенсегә йәшелләнһә, көҙ ямғырлы булыр.
🦋 Ун икеһендә һауа бөркөү, томра торһа, себен-серәкәй әсе тешләшһә – ямғырға.
🦋 13 августа ямғыр алдынан йәйғор ҡалҡһа, көн оҙаҡҡа боҙолор.
🦋 14 август ниндәй булһа, 28-ҙе лә шундай булыр.
🦋 Ун бишендә ел төшкә ҡәҙәр ҡояш ыңғайына әйләнеп, төштән һуң киреһенсә боролһа – аяҙ көндәргә ишара.
🦋 16 август ниндәй – 19 декабрь шундай.
🦋 17 августа ниндәй һауа торошо торор – ноябрь ҙә шундай булыр.
🦋 18 августа көндөҙ аяҙ булып, кискә табан болоттар ҡуйырһа, һауа торошо боҙолор.
🦋 19 августа көн нисек – 14 октябрь һәм ғинуар шулай килер.
🦋 20 августа иртән күтәрелгән томан ҡояш ҡалҡҡас таралып бөтһә, көндәр яҡшы торор.
🦋 Егерме берендә көслө ел ҡалҡһа, аҙна-ун көн тирәһе елле булыр.
🦋 Егерме икеһендә августа ысыҡ ни тиклем күп төшһә, иртәгәһенә шул ҡәҙәр эҫе булыр.
🦋 23 августа йылға-күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.
🦋 24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.
🦋 Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.
🦋 26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.
🦋 27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.
🦋 28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр.
🦋 29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр.
🦋 30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңыр.
✍️"Тамаша" журналынан